

5 июндә “Таҙа һайлауҙар өсөн” корпусы эксперттары Башҡортостанда 2025-2026 йылдарҙағы һайлау кампанияларында күҙәтеүсе булырға ниәтләгән йәштәр өсөн “Йәштәр һәм һайлауҙар” моделле белем биреү интенсивын үткәрҙе. Унда 40-тан ашыу кеше - Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының гуманитар һөнәрҙәр студенттары, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары – буласаҡ юристар, тарихсылар, психологтар һәм республиканың йәштәр йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәҫәлән, БР Йәштәр сәйәсәте лигаһы, “Рәсәй студенттар отрядтары”, БР Йәштәр йәмәғәт палатаһы, “Беренселәр хәрәкәте" һәм башҡалар ҡатнашты.
Сара Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы менән берлектә Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәге йорто майҙансығында ойошторолдо.
Сара барышында һайлау хоҡуғы нигеҙҙәре, һайлау кампанияһында күҙәтеүселәрҙең роле, провокацияларға һәм мәғлүмәт янауҙарына ҡаршы тороу ысулдары, һайлау участкаларында проблемалы хәлдәрҙе хәл итеү тикшерелде. Студенттар “Йәштәрҙең электораль һәм гражданлыҡ әүҙемлеге: проблемалар һәм мөмкинлектәр” тигән интерактив лекция тыңланы. Шулай уҡ улар һайлауҙарҙа йәмәғәт күҙәтеүсеһе роле менән таныша, командаларҙа реаль практиканан кейстар хәл итә: һайлау комиссияларына нахаҡ ғәйепләүҙәр, киң мәғлүмәт сараларында фейктар, күреү буйынса инвалидтар өсөн тауыш биреү үҙенсәлектәре, агитация материалдарын урынлаштырыу ҡағиҙәләре һәм башҡалар.
– Йәштәр өсөн интенсив сиктәрендә беҙ Рәсәйҙең һайлау системаһының ни өсөн донъяла иң алдынғыһы булыуын, һуңғы йылдарҙа ниндәй технологик ҡарарҙарҙың быны сағыу күрһәткәнен, илебеҙҙә электораль инфраструктураның нисек эшләүен һәм ни өсөн күҙәтеүсе булыуҙың мөһимлеген асыҡ итеп аңлатабыҙ. Беҙҙең төп бурыс, моғайын, йәштәр менән һөйләшеүҙә – илебеҙҙә һайлауҙарҙың нисек үтеүе тураһында тәрәнерәк өйрәтеү генә түгел, ә буласаҡ күҙәтеүсе булырға ла этәргес биреү, – тип билдәләне “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһының федераль координаторы Алексей Песков.
Рәсәй Юристар ассоциацияһы аппаратының федераль округтар буйынса идаралығы етәксеһе, Рәсәй Юристар ассоциацияһының йәштәр хәрәкәте рәйесе Илья Руденко:
“Беҙ йәштәргә һайлау хоҡуғының төп хоҡуҡи нигеҙҙәрен аңлатабыҙ, шуның арҡаһында улар һайлау участкаһына килеп, илебеҙҙә, атап әйткәндә, улар беркетелгән участкала легитим рәүештә Һәм Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы һайлауҙар үтеүенә үҙаллы инана аласаҡ. Бәлки, киләсәктә уларҙың береһе электораль юрист йәки сәйәсмән булырға теләйҙер. Артабанғы тормошон сәйәсәт менән бәйләргә йыйынған кеше мотлаҡ рәүештә быны аңларға тейеш. Йәштәр бик ҡыҙыҡһына, күп һорауҙар бирә, ҡыҙыҡһыныу һәм аңлы ҡараш һиҙелә. Улар менән аралашҡанда, Өфөлә уҡымышлы, фекерләүсе студенттар йәшәүен аңлайһың, уларға киләсәгебеҙ мөһим, артабан ниндәй дәүләттә йәшәүҙәре, эшләүҙәре, профессионал булыуҙары уларҙан ғына торасаҡ", - тине.
Фото: БР Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән.