

4 һәм 5 июндә Башҡортостанда һайлауҙы күҙәтеү мәсьәләләре буйынса төбәк-ара белем биреү интенсивы башланды. Сара Өфөләге Вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында бара. Унда Башҡортостандан, Пермь крайынан, Свердловск, Силәбе, Тамбов өлкәләренән, Ямал-Ненец автономиялы округынан 50-нән ашыу кеше ҡатнаша.
Интенсивта ҡатнашыусылар артабан һайлау кампанияһы барышында эшләйәсәк йәмәғәт күҙәтеүселәрен уҡытасаҡ, уларға методик ярҙам күрһәтәсәк.
Семинарҙы ойоштороусылар – Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы менән берлектә “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы. Белем биреү программаһы шулай уҡ Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Белем биреү программаһының маҡсаты – йәмәғәт күҙәтеүселәрен һөнәриләштереү, уларҙы 2025-2026 йылдағы һайлауҙарға әҙерләү, уңышлы тәжрибә өлгөләрен үҫтереү, башҡаларға тапшырыу.
Алда Рәсәй буйынса Берҙәм тауыш биреү көнө – 2025 йылдың 14 сентябре – тора. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 134 һайлау кампанияһы булдырыу планлаштырылған. Уртаса алғанда, 44 территориаль һайлау комиссияһы эшкә йәлеп ителәсәк.
Семинарҙа дүрт федераль спикер – “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ассоциацияһы федераль координаторы Алексей Песков, Рәсәй юристар ассоциацияһы аппаратының федераль округтар буйынса идаралығы етәксеһе Илья Руденко, “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы эксперты Антон Лукаш, электораль юрист Антон Бибаров-Государев уҡып сыҡты.
Сара башында сәләмләү һүҙҙәре менән Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов сығыш яһаны, барыһына ла уңышлы эш теләне. Спикерҙар, “Күҙәтеү практикумы” программаһына ярашлы, был эштең хоҡуҡи яғынан алып техник осраҡтарына тиклем, шулай уҡ йәмәғәт штабы менән бәйләнеш ойоштороуға, һайлау комиссияһында булыуы ихтимал башҡа мәсьәләләргә бәйле аныҡ кәңәштәр бирҙе. “Ҡарау – ул күҙәтеү түгел” – программаның төп девизы шулай.
Семинарҙа күҙәтеүселәрҙең маҡсаттары, бурыстары, хоҡуҡи статусы, был эшкә йәштәрҙе йәлеп итеү һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында фекер алышынды. Сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, һайлауҙа күҙәтеүсе булыу һәр кем өсөн файҙалы, ул процесты эстән күреү, өйрәнеү мөмкинлеген бирә.
“Йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн белем биреү программаһы яңы һөнәри сифаттар тәрбиәләй, белемде арттыра, яңы кешеләр менән танышыу мөмкинлеген аса. Һайлау мәлендә төрлө осраҡтар булыуы ихтимал, шундай ваҡытта күҙәтеүселәр дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш. Ошо йәһәттән әҙерлеккә айырыуса ҙур иғтибар бүләбеҙ” – ти Алексей Песков.
Фото: op.bashkortostan.ru