Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Июнь 2025, 18:00

Төн сыҡҡансы... уйлап табалар

Беҙҙә ағастарҙы вәхшиләрсә ҡырҡмайҙар, ауылға айыуҙар ҙа килмәй... 

Төн сыҡҡансы... уйлап табаларТөн сыҡҡансы... уйлап табалар
Төн сыҡҡансы... уйлап табалар

"Однажды в Башкирии" телеграм-каналы йәнә яҙылыусыларын алдарға маташа. Рәүфә Рәхимованың медиаресурсында аноним яҙылыусынан сираттағы шок-хәбәр: Өфөлә ағастарҙы вәхшиләрсә ҡырҡыу тураһында күңелде әрнетерлек тарих. Етмәһә, яҙмалар ҡырҡылған ағастарҙың “шаҡ ҡатырғыс” фотоһы менән нығытылған. Иларлыҡ хәл, шулай бит? Ә хәҙер ысынбарлыҡ: был алдаҡ, тип яҙа “Фактчекинг по-башкирски”.  

Был ҡырҡылған ағастар менән йән өшөткөс фото – урланған. Эйе, фейкометтар өфөләрҙе шул тиклем ҡурҡытырға тырышҡан, хатта 2019 йылда Томскиҙан фото табып алған! Төп нөсхә vtomske.ru сайтында бар, һәм уның Өфөгә бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ.

Хәтерегеҙгә тотоғоҙ: әгәр “Однажды в Башкирии” телеграм-каналы “яҙылыусы ебәргән” тип яҙһа – 99 процент осраҡта, был – ялған. Сығанаҡтарҙы тикшерегеҙ, фотоларҙың төп нөсхәләрен эҙләгеҙ һәм фейкометтарға һеҙҙе алдарға бирмәгеҙ

“Фактчекинг по-башкириски” телеграм-каналы уларҙың алдашыуын раҫлаған пост ҡуйыу менән оппозиция баҫмаһы бирешергә теләмәне. Хаталары өсөн ғәфү үтенеү урынына “ҡара” эштәрен дауам иттеләр һәм бер төн эсендә йәнә бер нисә алдыҡ яҙма баҫтырҙылар.

Беренсе фейк: төн шауҡымы аҫтында канал администраторҙары Томск ағастарын алып ташлап, Өфөләге Рәсәй урамынан "Йүрүҙән" туҡталышы янындағы фотоларҙы ҡуя. Фотола ысынлап та был урам күрһәтелгән, ҡырҡылған ағастар ҙа бар, тик һауа торошо менән нимәлер дөрөҫ түгел – йәм-йәшел июнь урынына көҙ!

Бөгөн Рәсәй урамында – гөрләп торған, сәләмәт ағастар. Бер ниндәй ҙә ҡырҡыуҙар юҡ, тик йәй һәм ҡояш (шәхсән барып тикшереп була!).

Икенсе фейк алмаштырыу: күрәһең, "июнь айындағы көҙ"ҙөң хатта уларҙың яҙылыусылары өсөн дә артыҡлыҡ икәнен аңлап, төнгө фейкометтар ығы-зығыға бирелеп, Чернышевский урамынан (“Галерея АРТ” сауҙа үҙәге районы) тағы бер фото ҡуялар. Тик бына тағы ла нахаҡ алдаҡ! Эйе, унда бер ни тиклем ваҡыт элек коммуналь селтәрҙәрҙе ремонтлау арҡаһында иҫке авария хәлендәге ағастарҙы таҙартҡандар. Әле яңы үҫентеләр ултыртылған! Уларҙың ашығып алмаштырған һүрәтендә бер ниндәй ҙә "ҡырҡылған ағастар" юҡ.

Һөҙөмтәлә, бер төн эсендә бер поста бер аноним яҙылыусынан имеш өс төрлө фото. Факттарҙы тикшереү тигән нәмә бөтөнләй юҡ.

Социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостандың Шаран районында айыуҙың өй тәҙрәһенә шаҡыуы тураһында мәғлүмәт тарала. Әммә был дөрөҫ түгел – осраҡ Башҡортостанда түгел, Ә Камчаткала булған.  Усть-Хаюрзово ауылында тайыш табанлы ҡунаҡ ысынлап та өйгә килә, тәҙрәгә шаҡый, ихатаны ҡарай һәм китә: хужалар уға асмай.

Иғтибарлы булығыҙ һәм тикшерелгән сығанаҡтарға ғына ышанығыҙ.

“Башкирский гамбит”Ә телеграм-каналы Башҡортостандың Президент милли проектарын нисек үтәүе тураһында мәғлүмәти пост ҡуйҙы. Был уҙған аҙнала Владимир Путиндың видеобәйләнеш юлы менән Өфөләге Республика кардиоүҙәгенең яңы хирургия корпусын асыуға бәйле булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы ике йылда дәүләт башлығы республиканың төп проекттарында бер нисә тапҡыр шәхсән ҡатнашты.

Ә беҙ уҡыусыларға мөһим ваҡиғаларға күҙәтеү, шулай уҡ Рәсәй Президентының улар тураһында цитаталарын тәҡдим итәбеҙ.

  1. Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы. 2025 йылдың 10 июнендә республика кардиология үҙәгенең яңы 10 ҡатлы хирургия корпусы асылды.

"Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау, иҫкәртеү – ватан һаулыҡ һаҡлауын үҫтереүҙең төп йүнәлештәренең береһе. Республика кардиология үҙәгенең 10 ҡатлы хирургия корпусы, унда ҡан тамырҙарына, йөрәккә ҡатмарлы операциялар үткәрелә, йөрәк трансплантацияһы башҡарыла. Был – илдә медицинаны үҫтереү йәһәтенән бик мөһим ваҡиға. Республикала ла, тотош илдә лә.

  1. Башҡортостандың спорт инфраструктураһын үҫтереү. 2024 йылдың 17 октябрендә Өфөлә “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сиктәрендә Владимир Путин фехтование буйынса яңы спорт әҙерлеге үҙәгендә булды, ишкәкле слалом өсөн комплексты ҡараны һәм видеобәйләнеш аша Нефтекамала “Амфибия” спорт комплексының эшенә старт бирҙе.

"Был объекттарҙы төҙөүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла, шул иҫәптән төбәк властарына, шәхси инвесторҙарға, ҙур эш, спорттың уңайлылығын арттырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен, әүҙем ялды популярлаштырыу мәсьәләләренә иғтибар өсөн рәхмәт белдерәм.

Рәсәй граждандарының мөмкин тиклем күберәк өлөшө, бөтә йәштәгеләр ҙә – өлкәндәр ҙә, балалар ҙа, йәштәр ҙә – үҙҙәре өсөн ошо ҡиммәттәрҙе һайлауы мөһим. Былар барыһы ла туранан-тура кешеләрҙең йәшәү сифатын һәм оҙайлығын, граждандарыбыҙҙың һаулығын, демографик киләсәгебеҙҙе, тимәк, илдең көсөн, суверенитетын билдәләй”.

 

  1. Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген асыу. 2024 йылдың 2 февралендә Рәсәй Президенты дистанцион рәүештә Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген асыуҙа ҡатнаша.

"Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү – беҙҙең бурыс, ә балаларҙың һаулығына килгәндә – изге бурыс икәнен беләбеҙ. Шуға күрә был йүнәлештә артабан да эшләйәсәкбеҙ. Ә һеҙҙең үлем осраҡтарының уртаса Рәсәй кимәленән түбән булыуы – яҡшы күрһәткес, мин һеҙҙе шуның менән ҡотлайым”.

  1. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусын эшләтеп ебәреү. Шулай уҡ 2024 йылдың 2 февралендә Владимир Путин Өфөлә студенттар кампусы эшенә старт бирҙе.

“Республика тиҙ, яҡшы темптар менән үҫешә. Өфө, ысынлап та, илдең ҙур белем биреү үҙәктәренең береһе. Башҡортостан етәкселеге студенттар, аспиранттар һәм уҡытыусылар өсөн эталон киңлек булдырырға ынтылды. Хәҙерге кампустарҙы булдырыуҙың маҡсаты тап ошонда – эталон киңлектәр булдырыу”.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Радий Хәбиров етәкселегендә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың иң уңышлы майҙансыҡтарының береһенә әүерелде. Уның һөҙөмтәле идара итеү моделе республиканы яңы үҫеш кимәленә сығарырға мөмкинлек бирҙе, төбәктең аграр һәм сәнәғәт тармаҡтарында ғына түгел, фән, инновациялар, мәғариф, спорт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә потенциалын күрһәтте.

Бөгөн Башҡортостан илдең төп төбәктәренең береһе позицияларын биләй, унда федераль башланғыстар йәнле тормошҡа ашырыла һәм ҙур үҫеш таба.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас