

Көтмәгәндә интернетта Әбйәлил районы халҡының Ҡырҡтытау буйынса Рәсәй Президентына видеомөрәжәғәттәре килеп сыҡты. Етмәһә уны “яңы мөрәжәғәт" тип күрһәтәләр. Әммә "Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы быға асыҡлыҡ индерҙе.
Был яҙма яңы түгел! Ул 16 майҙа Ташбулат ауылында төшөрөлгән. Ә уның авторҙары кем? Магнитогорскиҙан килгән шул уҡ провокаторҙар, уларҙың эш ысулдары күптән билдәле. Һәм ул осраҡлы ғына барлыҡҡа килмәгән, тап әле уны Украинаның ЦИПСО-һы контроле аҫтындағы ялған ресурс башлап ебәргән.
Был ресурс күптән билдәле ялған мәғлүмәт сығанағы булып тора. Бында, мәҫәлән, Башҡортостанда һайлауҙар тураһында даими рәүештә ялған ташлауҙар, тыйылған террор “Башҡорт ротаһы” каналы яҙмаларын күсереп баҫалар һәм асыҡтан-асыҡ Украина яҡлы русофоб пабликтар репостлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, шул уҡ Магнитогорск провокаторҙары яугирҙәребеҙҙе юлдан яҙҙырырға тырышты, уларҙан Ҡырҡтытау һыртын эшкәртеү ихтималлығы тирәһендәге хәлде яҡтыртырға ярҙам итеүҙәрен һораны, әммә рәхмәт урынына уларҙың видеоларын экстремистик каналдарға ташланы, һәм хәрбиҙәребеҙҙе кире ҡағыуҙарҙы баҫтырырға мәжбүр итте.
Хәҙер был ресурсты “экологик” ташлауҙы популярлаштырыу өсөн файҙаланырға тырышалар. Һеҙҙең алда халыҡтың ысын күңелдән борсолоуы түгел, ә планлаштырылған мәғлүмәт диверсияһы тора. Провокаторҙарҙың элекке эшләнмәһе яһалма рәүештә ЦИПСО контроле аҫтындағы канал аша яһалма ажиотаж, баҫым һәм йәмғиәтте тарҡатыу өсөн күтәрелә.
Уҙып барған аҙнала Башҡортостан социаль селтәрҙәрендә ролик һәм һүрәттәр таратылды, унда блогер Рәсәй паспортының яңыртылған зәңгәр төҫтәге дизайнын күрһәтә. Был – ялған.
Ведомствоның рәсми вәкиле Ирина Волк Эске эштәр министрлығы ла, башҡа федераль органдар ҙа РФ гражданы паспортының яңы өлгөһөн әҙерләмәй, тип белдерә. Бындай проекттар юҡ, был йәһәттән закондар сығарыу инициативалары килмәгән.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ юрисы "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Стәрлетамаҡта түбән хеҙмәт хаҡы һәм артыҡ эшләтеүҙәр арҡаһында "Рәсәй Почтаһы" хеҙмәткәрҙәренең забастовкаһы әҙерләнә тигән пост баҫтырҙы. Был яҙманы башҡа урындағы төркөмдәр ҙә эләктереп ала һәм тарата.
Әммә 19 июнгә ҡарата Стәрлетамаҡ хакимиәтенә күп кеше ҡатнашҡан саралар үткәреү тураһында белдереүҙәр килмәй. Шуны ла әйтергә кәрәк, хеҙмәткәрҙәрҙе артығын эшләтеү тураһында мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Быны Стәрлетамаҡ почтамты начальнигы Гүзәл Ғарипова раҫланы.
Беҙ бөтәһен дә факттарҙы тикшерергә һәм рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарына мөрәжәғәт итергә саҡырабыҙ.
Хәтер һәм ҡайғы көнө алдынан социаль селтәрҙәрҙә, сит ил агенттары һәм ЦИПСО менән бәйле ресурстарҙа махсус хәрби операция барышында һәләк булғандар иҫтәлегенә планлаштырылған саралар тураһында ялған мәғлүмәт таратыла. Улар 22 июндә Өфөләге “Ҡайғылы әсә” мемориалы янында сәскә һалыу тураһында хәбәр итте.
Был мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Шуны аныҡлау мөһим: “Ҡайғылы әсә” мемориалы локаль конфликттарҙа һәләк булған Башҡортостан яугирҙәренә бағышланған һәм Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция ваҡиғаларына ҡағылышы юҡ. Ә 22 июнь – Бөйөк Ватан һуғышы башланыу йыллығына арналған Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө. Ошо дата уңайынан Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында иҫтәлекле саралар уҙғарылды.
Мәҫәлән, 21 июндә Совет майҙанында – Бөйөк Ватан һуғышы геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында “Хәтер шәме” акцияһы төп ваҡиғаларҙың береһе булды.
"Ҡайғылы әсә” һәйкәле янында сара үтеү тураһында мәғлүмәт таратыу махсус хәрби операцияны дискредитациялауға йүнәлтелгән мәғлүмәт кампанияһының бер өлөшө булып тора. Был материалдар Украина ЦИПСО-һы менән бәйле структуралар менән координация билдәләренә эйә.
Сираттағы тапҡыр граждандарҙы бындай хәбәрҙәрҙе тәнҡитле баһаларға, провокацияларға бирешмәҫкә һәм рәсми сығанаҡтарҙа мәғлүмәтте тикшерергә саҡырабыҙ.
“Аспекты” баҫмаһы Әбйәлил районында йәмәғәт торошон ҡаҡшатыу буйынса эшмәкәрлеге һәм бер нисә тапҡыр закон боҙоуҙары менән билдәле булған шау-шыулы блогер һәм әүҙемсе Кира Белаяның мәнфәғәттәрен яҡларға тотондо. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Юғары суды ЛГБТ*-ны пропагандалаған өсөн Кира Белаяға һалынған штрафтың законлы булыуын раҫланы. Нигеҙе – йәйғорлы флаг менән эмодзи һәм уның “Ҡыртытауҙы һаҡлайыҡ” тг-каналы һүрәтләүендә өсмөйөш.
Ни өсөн йәйғор һәм "ЛГБТ-ның йәйғор флагы" төрлө нәмәләр икәнен аңлатабыҙ.
Ғәҙәти тәбиғи йәйғор ете төп төҫкә эйә (ҡыҙыл, ҡыҙғылт һары, һары, йәшел, зәңгәр, күк, шәмәхә). Был - нейтраль тәбиғәт күренеше, тыныслыҡ, изгелек, балалыҡ символы. Уны бөтә ерҙә лә йәшерен мәғәнәһеҙ ҡулланалар: йәнһүрәттәрҙә, балалар әйберҙәрендә, туңдырма рекламаһында.
ЛГБТ-хәрәкәтенең йәйғор флагы – махсус булдырылған символ. Уның ғәҙәттә алты һыҙаты бар (ҡыҙыл, ҡыҙғылт-һары, һары, йәшел, зәңгәр, шәмәхә). Күк төҫ йыш ҡына юҡ йәки зәңгәр төҫ менән ҡушыла. Тап шундай флаг ЛГБТ-берләшмәһенең халыҡ-ара символы булып тора. Уны маҡсатлы рәүештә ЛГБТ һәм уларҙың хоҡуҡтарын билдәләү өсөн ҡулланалар. Бындай флагты йәки эмодзины күргәс, бөтә донъя кешеләре уның ниндәй символ икәнен аңлай.
Суд Рink Floyd тышлығы версияһын кире ҡаҡҡанда хаҡлы була: Белаяның каналындағы эмодзи ЛГБТ-хәрәкәттең аныҡ танылған символы була. Йәмәғәт әүҙемсеһе каналы контексында суд ғәҙел рәүештә быны пропаганда тип баһалай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Кира Белая бер нисә тапҡыр законды боҙоуҙары менән билдәле: санкцияланмаған акцияларҙа ҡатнашыу, ЛГБТ-көн тәртибен әүҙем алға ебәреү, экстремистик структуралар менән бәйләнеш. Был уның эшмәкәрлегенең системалы булыуын күрһәтә.
Башҡортостандың Юғары суды йәмәғәт урындарында, айырыуса балалар булыуы мөмкин булған урындарҙа, тыйылған ЛГБТ-хәрәкәт символдарын файҙаланған өсөн штрафты ғәҙел раҫланы, белеүебеҙсә, йәш быуын хәҙер телеграмды әүҙем ҡуллана.
Был ҡарар балаларҙы зарарлы контенттан һаҡлауға һәм Рәсәйҙең традицион ҡиммәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән. Бындай символдарҙы зарарһыҙ һүрәттәр йәки эмодзи-статус рәүешендә таратыу пропаганда ысулы тип һанала, уға хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм судтар ғәҙел яуап бирә.
Әммә “Аспекты”, күрәһең, закон боҙоу һәм деструктив идеяларҙы алға ебәреү тарихы булған провокаторҙарға ярҙам күрһәтеүҙе хуп күрә.
ЛГБТ* - Рәсәйҙә тыйылған хәрәкәт.