

Мишкә районы хакимиәте башлығы үҙенең отставкаға китеүе тураһында хәбәр итте.
Павел Трапезников районды 2019 йылдың июненән етәкләй.
“Бөгөн Мишкә районы хакимиәте башлығы вазифаһында һуңғы көнөм. Минең менән эшләгәндәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәт белдерәм. Хеҙмәттәшлегегеҙ, ярҙамығыҙ һәм дөйөм эшкә ышанысығыҙ өсөн рәхмәт. Бергәләп районды үҫтереү өсөн күп нәмәгә өлгәштек. Алты йыл еңел булмаһа ла, беҙ бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ. Тормошомдоң яңы этабы башлана, әммә мин һәр ваҡыт был осорҙо йылылыҡ менән иҫләйәсәкмен”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге чиновник.
Фото: Подслушано в Башкирии.