

Бөгөн Өфөлә “Дәүләт идаралығы докторы – Doctor of Public Administration (DPA)” идара итеү кадрҙарын әҙерләү программаһының “Милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр балансы” күсмә модуле эш башланы. Ул өс көн дауам итәсәк.
Программаны тыңлаусылар уҡыған ваҡытта дәүләт власы органдары етәкселәре менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль идара итеү мәсьәләләре буйынса перспективалы ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә.
Программаны тыңлаусылар Республикаға идара итеү үҙәген Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов менән осрашты. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы онлайн бәйләнеш аша тәбрикләне.
“Дәүләт идаралығы докторы – Doctor of Public Administration (DPA)” идара итеү кадрҙарын әҙерләү программаһының “Милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр балансы” күсмә модуленең Башҡортостанда үткәрелеүе осраҡлы түгел – быуаттар дауамында 130-ҙан ашыу милләт һәм төрлө дин вәкилдәре үҙ-ара татыу, килешеп йәшәй. Беҙҙең республика — мосолман, православие һәм башҡа дин вәкилдәренең берҙәмлегенең асыҡ өлгөһө. Беҙ республикалағы һәр халыҡ вәкиле үҙенең туған телен өйрәнә алһын, милли мәҙәниәтен һаҡлап ҡалһын, үҫтерһен өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ. Республикала маҡсатлы программалар ғәмәлгә ашырыла, полилингваль мәктәптәр селтәрен киңәйтәбеҙ, милли спорт төрҙәренә, кәсепселеккә, театрҙарға ярҙам итәбеҙ. Бөгөн алты телдә 146 гәзит һәм журнал нәшерләнә. Беҙҙең идара итеү командаһына хәл итергә тура килгән милләт-ара мәсьәләгә ҡағылышлы һорауҙар барлығын да йәшермәйем. Әммә был өлкәләге бай тәжрибә, даими мониторинг, алдан сара күреү, кешеләр менән асыҡтан-асыҡ аралашыу беҙгә тыныслыҡты һаҡларға ярҙам итә”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Азат Бадранов та үҙенең сығышында Башҡортостан йөҙөндә мәҙәниәттәр, диндәр, телдәр төрлөлөгө һәм берҙәм, татыу халҡы булған тотош Рәсәйҙең сағылыуы тураһында һөйләне. “Беҙҙең республика илдәге иң күп милләтле төбәк булып тора, 2020 йылғы халыҡ һанын иҫәпкә алыу 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәүен раҫланы. Әммә халыҡтарҙы билдәләгәндә төп өс ҙур этносты нигеҙ итеп алабыҙ: көнсығыш славян, фин-уғыр һәм төрки халыҡтар”, – тип ул башҡа милләттәрҙең республика биләмәһендә төпләнеү тарихына туҡталды. Шулай уҡ республикала идара итеү командаһының милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр балансын һаҡлау буйынса алып барған эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Программаны тыңлаусылар Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Александр Шелдяев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, БР Тарихи-мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы Салауат Ҡолбахтин, республика Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе урынбаҫары Руслан Ҡарамышев менән осрашасаҡ.
Программаны тыңлаусылар “Торатау” геопаркында, “Өфө” индустриаль паркында, Күсмә цивилизациялар музейында буласаҡ.
Тигран ЗАНКО, “Дәүләт идаралығы докторы – Doctor of Public Administration (DPA)” программаһы директоры:
– Президент академияһы тарафынан, “Дәүләт идаралығы докторы – Doctor of Public Administration (DPA)” программаһына ярашлы, идара итеү кадрҙары әҙерләнә. Был программа буйынса белемен системаға һалырға һәм киңәйтергә теләгән тәжрибәле идара итеүселәр уҡый. Белем биреү программаһында 12 модуль бар һәм уларҙың һәр береһе дәүләт идараһының айырым өлкәһенә арналған. Был модуль милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәргә бағышланасаҡ. Республикалағы власть органдарының ошо өлкәлә тәжрибәһе ҙур, шуға күрә лә беҙ төбәккә килергә һәм иң яҡшы тәжрибәләрҙе өйрәнергә ҡарар иттек.
Милләт-ара татыулыҡты һаҡлауҙа иң мөһиме – кешеләрҙең берҙәмлеге һәм эскерһеҙлеге, шул саҡта республикала ғына түгел, тотош илдәге хәлде ситтән ҡаҡшатырға теләгәндәр бер нәмә лә ҡыйрата алмаясаҡ.
Идара итеүселәргә милләт-ара, конфессия-ара ауыр мәсьәләләрҙе, ауыр осраҡтарҙы хәл итеү өсөн ниндәй компетенциялар кәрәк икәнлеген ҡараясаҡбыҙ. Килеп тыуған ауыр осраҡтарҙы һәм уларҙы хәл итеүҙә ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителгәнен тикшерәсәкбеҙ.
Рәмилә МУСИНА фотолары.