

Оппозицияға ҡараған баҫмаларҙа Әбйәлил районы темаһын әле булһа ҡуйыртырға маташыусылар бар. Был аҙнала ла туҡтаманы улар. Рәүфә Рәхимованың баҫмаһы теманы тикшереүгә киң профелле, бөтә тармаҡты ла шәп белгән “эксперт”тарын йәлеп итте. Ул – тыйылған экстремистик “Башҡорт”* ойошмаһының “аҡһаҡалдар советы” ағзаһы Сәғит Исмәғилев.
Бынан алда ул “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналының Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау тураһындағы фейктарҙы фашлауға арналған яҙмаларында ла осраны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, экстремистик “аҡһаҡал” мәҙәни мираҫ объектын элекке урынына кире ҡайтармаҫҡа мөмкин тип раҫланы (был ысынбарлыҡҡа тап килмәй), шулай уҡ уны һаҡлау өсөн “тутығын таҙартыу етә”тип белдерҙе.
Был юлы ул Әбйәлил районында потенциаль инвестиция проекты тураһында фекер алышырға ҡарар иткән. “Фактчекинг по-башкирски” уның “эксперт” тәҡдимдәрен анализлаған һәм уларҙы пункттар буйынса тикшергән.
Цивилизациялы туризмды үҫтереү, ысынлап та, экологик альтернатива булыуы мөмкин, әммә ҙур инвестициялар талап итә:
- Күлдәр һәм тораҡ пункттар тирәләй таҙартыу ҡоролмалары төҙөү (хәҙерге ҡеүәттәр йөкләмәне күтәрә алмай);
- Туристарҙың хаотик хәрәкәтен сикләүсе йыһазландырылған экоһуҡмаҡтар булдырыу (бигерәк тә Ҡырҡтытау һыртына зыян килтергән “ҡырағай” квадроцикл туризмы шарттарында көнүҙәк);
Йәғни ҙур финанслау һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡһыҙ бындай проекттар тормошҡа ашырылмаҫлыҡ. Шуға күрә инвесторҙар йәлеп итеү кәрәк.
Әгәр автор ер аҫты байлығын бер аҙ ғына булһа ла аңлаһа, ул Рәсәйҙә Калининградтан Владивостокка тиклем бөтә ил буйынса ятҡылыҡтарҙы әүҙем эшкәртеү алып барылыуын белер ине. Был Рәсәй Федерацияһында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә берҙәм дәүләт сәйәсәте. Шул уҡ ваҡытта Исмәғилев килтергән һандар рәсми сығанаҡтар менән раҫланмаған.
Тау производствоһы ҡалдыҡтарын эшкәртеү технологиялары ысынлап та үҫешә, һәм был хаҡта хатта Рәсәй Президенты ла һөйләй. Әммә уларҙы индереү оҙайлы, ваҡыт һәм ресурстар талап иткән процесс. Был файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙан баш тартырға сәбәп түгел, бигерәк тә инвестор баҡыр сығарыуҙың һәм байытыуҙың заманса экологик ысулдарын тәҡдим иткәндә.
Инвестор 100500 тапҡыр баҡыр мәғдәне запастары раҫланған осраҡта муниципаль һәм республика кимәлендә бөтә кәрәкле килешеүҙәр төҙөү менән тау-байыҡтырыу фабрикаһы проекты әҙерләнәсәген белдерә. Күрәһең, “эксперт” компания вәкилдәренең интервьюларын иғтибарһыҙ уҡыған.
Закон буйынса бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн асыҡ мәғлүмәт менән тыңлауҙар үткәрелә. Тағы ла эксперт яңылыша.
Ҡыҫҡаһы, бындай “эксперттарға” етди дискуссияларҙа урын юҡ. Йә һары баҫмалар, йә маргинал телеграм-каналдар.
Уҙған аҙнала ҡурҡыныс яңылыҡ билдәле булды – ейәне өләсәһе менән олатаһын үлтерҙе. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә Мәсәғүттә пенсионерҙарҙы үлтереүҙә ғәйепләнеүсенең махсус хәрби операцияла булыуы тураһында мәғлүмәт таралды. Был ысынбарлыҡҡа тап килмәй.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарының рәсми мәғлүмәттәре буйынса, төп ғәйепләнеүсе – һәләк булғандарҙың 20 йәшлек ейәне – хәрби хеҙмәткәр. Әммә махсус хәрби операция менән уның бер ниндәй ҙә бәйләнеше булмаған һәм юҡ. Уның МХО-ла зеҙмәт итеүе тураһында мәғлүмәт раҫланмай.
Әле ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, тикшереү эштәре билдәләнгән тәртиптә дауам итә.
Телеграм-каналдарҙың береһендә имеш “ЭР-Телеком Холдинг” акционерҙар йәмғиәтенән документ таратылды. Унда 2025 йылдың 30 июненән 4 июлгә тиклем Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында интернет һәм мобиль элемтәнең планлы өҙөлөүе тураһында хәбәр ителә. Йәнәһе был техник эштәргә һәм Ҡырҡтытауға федераль делегация килеүенә бәйле.
“Фактчекинг по-башкирски” аңлатма алыу өсөн “ЭР-Телеком Холдинг” акционерҙар йәмғиәтенә мөрәжәғәт итте. Һөҙөмтә шул – был ялған мәғлүмәт. “ЭР-Телеком Холдинг” акционерҙар йәмғиәте бындай белдереүҙәрҙе ебәрмәй һәм баҫтырып сығармаған. Күрһәтелгән райондарҙа һәм күрһәтелгән ваҡытта планлаштырылған масштаблы элемтә өҙөлөүе тураһында мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Унан да бигерәк, “ЭР-Телеком Холдинг” акционерҙар йәмғиәте Әбйәлил районында интернетҡа тоташыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтмәй.
“ЭР-Телеком Холдинг” акционерҙар йәмғиәте – “ДОМ.РУ”, “ДОМ.РУ Бизнес”, “Энфорта”, “Электронный город” сауҙа маркалары аҫтында хеҙмәттәр күрһәтә.
Ялған мәғлүмәт таратыу тураһында мәғлүмәт сара күреү өсөн “ЭР-Телеком Холдинг” акционерҙар йәмғиәтенең именлек хеҙмәтенә тапшырылған.
Иң мөһиме, был белдереүҙә күрһәтелгән номер буйынса шылтыратмағыҙ һәм электрон адресҡа хаттар яҙмағыҙ, бының хәүефле булыуы ихтимал.
* – 2020 йылдың 22 майында БР Юғары суды ҡарары менән “Башҡорт” ойошмаһы экстремистик ойошма тип танылды һәм уның эшмәкәрлеге Рәсәй территорияһында тыйылды.