

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп Константин Шаһиморатов тәғәйенләнде.
Башҡортостан Башлығының икенсе указы нигеҙендә, башҡа эшкә күсеү сәбәпле, Альбина Воробьева Башҡортостан Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһынан бушатылды.
Белешмә:
Шаһиморатов Константин Нил улы 1975 йылдың 29 ғинуарында Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, “Синергия” Мәскәү финанс-сәнәғәт университетын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1998 йылда Өфөнөң Совет районындағы халыҡ мәшғүллеге бюроһында хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса белгес булараҡ башлаған.
2001 йылда – Өфө ҡалаһындағы Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса комитетта ер-кадастр бюроһының юридик бүлеге етәксеһе.
2001 – 2012 йылдарҙа – Өфөнөң Совет районындағы халыҡ мәшғүллеге бюроһы директоры урынбаҫары.
2012 – 2018 йылдарҙа – “Республика мәғлүмәт-консультация үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы генераль директоры урынбаҫары.
2018 йылда – Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡалаһында Һайлау комиссияһы рәйесе.
2019 – 2025 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.