Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Июль 2025, 16:45

Радий Хәбиров бындай видео төшөрмәгән!

Уяу булығыҙ һәм үҙегеҙҙе алдарға бирмәгеҙ.

Радий Хәбиров бындай видео төшөрмәгән!Радий Хәбиров бындай видео төшөрмәгән!
Радий Хәбиров бындай видео төшөрмәгән!

Социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән видеоролик таратыла. Унда республика Башлығы, имеш, ветеринар табиптарға мөрәжәғәт итә. “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы дөрөҫлөктө асыҡланы.

Был видео тулыһынса нейроселтәр менән эшләнгән һәм ысынбарлыҡ менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Республика Башлығынан ветеринарҙарға бер ниндәй ҙә белдереүҙәр булманы. Радий Хәбировтың сәхифәһендә 2025 йылдың 18 мартындағы оригинал видео бар. Унда Приоритет 2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһы тураһында һүҙ бара.

Был ЦИПСО-ның сираттағы фейкы, ул беҙгә мәғлүмәт донъяһында дөрөҫлөктө уйҙырманан айыра белеү мөһим икәнен иҫебеҙгә төшөрә.

Уяу булығыҙ һәм үҙегеҙҙе алдарға бирмәгеҙ.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас