

Хәйбулла районының ЗАГС бүлеге Бөтә Рәсәй хоҡуҡи ярҙам аҙнаһын үткәреү көндәрендә гөр килеп торҙо. Ғаилә мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләре буйынса төрлө һорауҙарға яуап бирелде, ғаилә консультациялары үткәрелде. Ҡайһы берәүҙәрҙе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың никахын теркәү срогын ҡыҫҡартыу, уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыу буйынса һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Белгестәргә мөрәжәғәт иткән һәр кем төплө яуап алды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Тәлғәт исемле егет һөйгәне Гөлназ менән никахҡа инергә ҡарар иткән. Йәштәргә репродуктив сәләмәтлекте асыҡлау өсөн диспансерлаштырыуға сертификаттар тапшырылған. Бәхетле йәштәргә һаулыҡ, именлек һәм уңыштар теләргә генә ҡала.
Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.