Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Июль 2025, 13:25

Александр Бабаков менән осрашыу

Үҫеш өсөн көслө иҡтисад һәм алға барырға әҙер кешеләр кәрәк. Быларҙың бөтәһе лә республикала бар, тип билдәләне Александр Бабаков.

Александр Бабаков менән осрашыуАлександр Бабаков менән осрашыу
Александр Бабаков менән осрашыу

Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары, “Ғәҙел Рәсәй” партияһының парламент фракцияһы ағзаһы, Рәсәй Президентының сит илдәрҙәге ватандаштар ойошмалары менән эшләү буйынса махсус вәкиле, Өҫтәл теннисы федерацияһы президенты Александр Бабаков менән осрашты. Көн тәртибендә – республикала партияның эшмәкәрлеге, шулай уҡ социаль-сәйәси һәм социаль-иҡтисади мәсьәләләр.

–“Ғәҙел Рәсәй” – көслө потенциалға эйә ныҡлы партия. Партияны кәүҙәләндергән депутаттар бик әүҙем эшләй, – тине Радий Хәбиров.

Александр Бабаков әйтеүенсә, хәҙерге заман шарттарында һәр бер сәйәси көс илдә дәүләт алдында торған бурыстарҙы  үтәүгә йүнәлтелергә, төбәктәр һәм Рәсәй  файҙаһына эшләргә тейеш. Радий Хәбиров һәм Александр Бабаков республикалағы профессиональ һәм киң спорт үҫеше тураһында фекер алышты. Атап әйткәндә,  Башҡортостанда 25 меңгә яҡын кеше шөғөлләнгән өҫтәл теннисы тураһында һүҙ барҙы. Журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, Александр Бабаков Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен юғары баһаланы һәм республика күп йүнәлештәр буйынса лидерҙар рәтендә бара, тип билдәләне.

– Һүҙ бында потенциал тураһында ғына бармай, оҙаҡ ваҡыт дауамында барлыҡҡа килгән мөмкинлектәр тураһында ла. Үҫеш өсөн көслө иҡтисад һәм алға барырға әҙер кешеләр кәрәк. Быларҙың бөтәһе лә республикала бар, – тип билдәләне Александр Бабаков.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас