Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Июль 2025, 09:30

“Һеҙ ышаныслы нигеҙ һалдығыҙ”

"Һеҙҙең эшегеҙ юғары профессионаллек, ҡаһарманлыҡ һәм принципиаллек талап итә. Һәр асыҡланған енәйәт, һәр ҡотҡарылған яҙмыш – был һеҙҙең мәшәҡәтле хеҙмәтегеҙ, ныҡышмаллыҡ һәм ҡаты ихтыярлыҡ һөҙөмтәһе".

“Һеҙ ышаныслы нигеҙ һалдығыҙ”“Һеҙ ышаныслы нигеҙ һалдығыҙ”
“Һеҙ ышаныслы нигеҙ һалдығыҙ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған  тантаналы сарала ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе илдең Тәфтиш комитетының республика Тәфтиш идараһы  шәхси составын профессиональ байрамдары менән ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.

“Хөрмәтле Владимир Владимирович! (В.В. Архангельский, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһе) Хөрмәтле иптәштәр! Һеҙҙе Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!

 Һеҙ закон һағында ышаныслы тораһығыҙ, беҙҙең граждандарҙы енәйәтсел ҡул һуҙыуҙарҙан һаҡлайһығыҙ. Һеҙҙең эшегеҙ юғары профессионаллек, ҡаһарманлыҡ һәм принципиаллек талап итә. Һәр асыҡланған енәйәт, һәр ҡотҡарылған яҙмыш – был һеҙҙең мәшәҡәтле хеҙмәтегеҙ, ныҡышмаллыҡ һәм ҡаты ихтыярлыҡ һөҙөмтәһе. Былтыр ғына ла һеҙҙең тырышлыҡ менән 2300 енәйәт эше тамамланды, 2200 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылды. 1,9 миллиард һумға яҡын зыян ҡайтарылды.  

Һеҙ яҡлауһыҙ, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем балаларҙы яҡлайһығыҙ. Былтыр һеҙҙең тарафтан уларҙың торлаҡҡа хоҡуҡтары боҙолоу менән бәйле 31 енәйәт тураһындағы енәйәт эшен тишереү тамамланды. Һеҙ коррупцияны ҡаты сикләйһегеҙ – 2024 йылда судҡа 848 енәйәт буйынса 227 енәйәт эше ебәрелде.

 Тәфтиш органдары милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа законлылыҡты тәьмин итә, уларға илебеҙҙең киләсәге һәм республикабыҙҙағы лайыҡлы тормош бәйләнгән. Былтыр һеҙҙең тарафтан судҡа 44 енәйәт тураһында 14 енәйәт эше ебәрелгән. Айырыуса Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә һеҙҙең яуаплы эшегеҙ мөһим. Һеҙҙең ярҙам һөҙөмтәһендә Донецк һәм Луганск халыҡ Республикаларында, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә тәфтиш идаралыҡтары булдырыла. Бөгөн беҙҙең республикалағы тәфтиш органдарының 21 хеҙмәткәре ошо биләмәләрҙә эшләй, тәртип һәм законлылыҡты тергеҙергә ярҙам итә.

 Ҡәҙерле ветерандар!

 Һеҙҙең тәжрибәгеҙ һәм Ватанға оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүегеҙ – бөгөнгө һәм киләсәктәге тәфтишселәр быуыны өсөн лайыҡлы өлгө. Бөгөн республиканың тәфтиш системаһы торған ышаныслы нигеҙ һалғанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт – ул илдә иң яҡшыларҙың береһе.

Хөрмәтле хеҙмәттәштәр!

Был байрам көнөндә һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия, хеҙмәттә уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйем!

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

“Һеҙ ышаныслы нигеҙ һалдығыҙ”
“Һеҙ ышаныслы нигеҙ һалдығыҙ”
“Һеҙ ышаныслы нигеҙ һалдығыҙ”
“Һеҙ ышаныслы нигеҙ һалдығыҙ”
“Һеҙ ышаныслы нигеҙ һалдығыҙ”
“Һеҙ ышаныслы нигеҙ һалдығыҙ”
“Һеҙ ышаныслы нигеҙ һалдығыҙ”
“Һеҙ ышаныслы нигеҙ һалдығыҙ”
“Һеҙ ышаныслы нигеҙ һалдығыҙ”
“Һеҙ ышаныслы нигеҙ һалдығыҙ”
“Һеҙ ышаныслы нигеҙ һалдығыҙ”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас