Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Июль 2025, 07:30

Хәйҙәр Вәлиев бүләкләнде

Ул Ҡырым референдумында күҙәтеүсе була

Хәйҙәр Вәлиев бүләкләндеХәйҙәр Вәлиев бүләкләнде
Хәйҙәр Вәлиев бүләкләнде

Хөкүмәттең сираттағы аҙналыҡ кәңәшмәһе күңелле ваҡиға – бүләкләү тантанаһы менән башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуының 10 йыллығы уңайынан Республика Конституция советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиевты Ҡырым Республикаһының юбилей миҙалы менән бүләкләне. Бүләкләү Ҡырым Республикаһы Дәүләт советы рәйесе бойороғо буйынса үткәрелде.

"Был награданы алыуыма бик шатмын. Ысынлап та, 10 йыл элек Рәсәй Федерацияһынан күҙәтеүселәр составында референдумда ҡатнаштым. Ул саҡта беҙ Радий Фәрит улы менән Симферополдә булдыҡ. Беҙ коллегаларыбыҙға һайлауҙың дөрөҫ һәм яҡшы һөҙөмтә менән үтеүенә булышлыҡ иттек”, – тине Хәйҙәр Вәлиев.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас