Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Август 2025, 08:00

Зөһрә Гордиенко вазифаһын ҡалдырҙы

Уның урынына Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығын икенсе ҡатын етәкләйәсәк

Зөһрә Гордиенко вазифаһын ҡалдырҙыЗөһрә Гордиенко вазифаһын ҡалдырҙы
Зөһрә Гордиенко вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан Башлығы Зөһрә Гордиенконы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһынан бушатыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Радий Хәбиров бөгөн, 4 августа, Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, чиновник икенсе эшкә күсә.

Туризм министрлығын элек иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары вазифаһын биләгән Светлана Верещагина етәкләйәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Гордиенко 2024 йылдың майында туризм министры булды. Элек ул Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы ине.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас