

Август айының тыныс ҡына аҙнаһы оппозиция баҫмалары өсөн һис тә тыныс үтмәне. Йә тегенән, йә бынан “сенсация”, ялған эҙләп арып бөттөләр. “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы иһә уларҙы фашлау менән булды.
Ялдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡорт сода компанияһында инцидент булды. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, уның барышында 40 самаһы кеше зыян күрҙе, улар оператив ярҙам алды һәм дауаханаларға оҙатылды. Зыян күреүселәрҙең бер өлөшө санавиация менән Өфөгә оҙатылды.
Күп тә үтмәне ҡайһы бер социаль селтәрҙәрҙә һәм киң мәғлүмәт сараларында һауаны ағыулау һәм хәүефле ташландыҡтар, шулай уҡ һәләк булғандар тураһында имеш-мимеш тарала башлай.
Шуныһы мөһим: һәләк булыусылар юҡ. Хәүефле ҡалдыҡтарға килгәндә, Башҡортостандың Тәбиғәтән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре был раҫлауҙарҙы кире ҡаҡты: атмосферала бысратыусы матдәләрҙең рөхсәт ителгән концентрацияһының (ПДК) бер ниндәй ҙә артыуы теркәлмәгән. Ломоносов урамы, 27 адресы буйынса һауа мониторингы күрһәтеүенсә, бөтә күрһәткестәр ҙә нормала.
Башҡортостан Экология министрлығының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау идаралығының контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген ойоштороу бүлеге начальнигы урынбаҫары Юнер Вәхитов экологик хәлдең контролдә булыуын раҫланы.
Ваҡиға урынына бөтә ашығыс хеҙмәттәр – МЧС, медицина бригадалары, “Росприроднадзор” белгестәре һәм башҡа яуаплы органдар килде. Эштәрҙе координациялау өсөн оператив штаб булдырыла, һәм инцидент эҙемтәләрен таратмау һәм бөтөрөү буйынса бөтә кәрәкле саралар күрелә.
Аҙна башында иһә мессенджерҙар чаттарында Шишмә районының Сәфәр ауыл советы биләмәһендә баҫыуға билдәһеҙ йәшник төшкән тигән мәғлүмәт таралды. Шаһиттар метеозондҡа оҡшаған әйбер таба. Артабан мессенджерҙар чаттарында саперҙар йәшник эсендә булған шартлатҡысты зарарһыҙландырыуы һәм Украина территорияһынан шылтыратыуҙар тураһында мәғлүмәт таратыла башланы.
Был мәғлүмәт дөрөҫ түгел. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, вәкәләтле органдар урынды тикшергән һәм шартлатҡыс матдәләр тапмаған. Прибор артабанғы тикшереү өсөн йүнәлтелгән.
Шулай был аҙнала мессенджерҙар чаттарында “Украиналағы хәл менән бәйле биологик диверсия булыуы ихтимал” тигән ҡурҡыныс хәбәр таралды. Ҡала халҡын һыуҙағы холера таяҡсаһы менән ҡурҡыталар, “үлем ковидтан күберәк буласаҡ” тип билдәләйҙәр һәм ҡайнар һыуҙы ғына эсергә кәңәш итәләр. Был мәғлүмәт, әлбиттә, ялған!
Чаттарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә таратылған ялғандарға ышанмағыҙ. Һыуҙа холера таяҡсаһы барлыҡҡа килеүе һәм биологик диверсиялар тураһында хәбәрҙәр илдә хәлде тотороҡһоҙландырыу өсөн булдырылған һәм граждандар араһында паника тыуҙыра. Ялған мәғлүмәт таратыуҙан ҡасыу һәм йәмғиәттә тыныслыҡ һаҡлау өсөн мәғлүмәтте һәр ваҡыт ышаныслы сығанаҡтар аша тикшерегеҙ.
“Однажды в Башкирии “ телеграм-каналы йәнә элекке эшенә тотондо – псевдоэксперттар менән хеҙмәттәшлеген дауам итә. Улар республикабыҙҙа музейҙарға йөрөү кимәле ныҡ түбән, тип белдерҙе. “Торахан”дың яңы музейына йылына ни бары 116 мең турист килгән, тиҙәр. Йәмәғәтсе Азамат Галин был һандарҙы Екатеринбургтағы музей менән сағыштыра, йәнәһе, ул йыл һайын 1 миллионға яҡын туристы ҡабул итә. Шулай уҡ Башҡортостанға килгән 2 миллион турист тураһындағы рәсми мәғлүмәттәргә шик белдерә.
Әммә хәлде ентекләберәк ҡарайыҡ әле. 2024 йылда Свердловск өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейына, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 470 832 кеше килгән. Һәм был 18 майҙансыҡ өсөн дөйөм һан! Күрәһең, 470 мең, улар раҫлауынса, миллиондан саҡ ҡына кәмерәк...
Ә 116 мең турист “Торахан” өсөн бик яҡшы, сөнки ул үҙенең эшен бары тик визит-үҙәк булараҡ ҡына башланы.
Өфөгә яҡынлығы арҡаһында ул бик күп кешеләрҙе йәлеп итә. Планда – сервис инфраструктураһын булдырыу һәм күләмле саралар үткәреү. Был урын федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге туристарҙы йәлеп итеү нөктәһе булырға вәғәҙә итә.
Радий Хәбиров килгәнгә тиклем республикала туризмды үҫтереү менән шөғөлләнмәгәндәрен дә оноторға ярамай. Хәҙер иһә, бөтә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, планлы рәүештә тормошҡа ашырылған реаль уңыштарҙы һәм проекттарҙы күрәбеҙ.
Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәте буйынса, республика музейҙары 2030 йылға мәҙәни сараларға килеүселәр һанын өс тапҡырға арттырыу буйынса федераль планды тормошҡа ашырыу өҫтөндә әүҙем эшләй. 2024 йылда дәүләт һәм муниципаль музейҙарға килеүселәрҙең дөйөм һаны 1,9 миллиондан ашып китә, был 2019 йыл күрһәткестәренән 46 процентҡа юғарыраҡ.
Был аҙнала “Аспекты" Өфөлә математика лицей-интернатын төҙөү ҡала урмандарын төҙөүҙе йәшереү сараһы булып тора тигән мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы. Был мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй.
Математика лицей-интернатын төҙөү ысынлап та башланды, һәм был проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса “Йәштәр һәм балалар” федераль милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Төҙөлөш Владимир Путин ярҙамында башлана. Лицей Менделеев урамында, “Өфө Экспо” күргәҙмә комплексынан алыҫ түгел урынлашасаҡ.
Ул 360 уҡыусыға иҫәпләнгән һәм заманса уҡыу корпустарын, торлаҡ блоктарын, спорт зонаһын, ашхананы, китапхананы һәм бөтә кәрәкле уңайлыҡтарҙы үҙ эсенә ала.
Контракттың башланғыс хаҡы 2,8 миллиард һум тәшкил итә, шуның 465 миллионын республика, ә ҡалғанын федераль үҙәк бүлә. Төҙөлөш 2027 йылдың 6 декабренә тиклем тамамланырға тейеш. Әлеге ваҡытта әҙерлек эштәре тамамланған һәм нигеҙ һалынған.
Лицейҙың урмандарҙа төҙөү өсөн “фантик” булараҡ ҡулланылыуы тураһында киң таралған мәғлүмәт ялған. Проект мәғарифты үҫтереүгә һәм төбәктең һәләтле йәштәренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Мәғлүмәт сығанаҡтарына иғтибарлы булығыҙ һәм факттарҙы тикшерегеҙ! Һәм бигерәк тә мөхәррирҙәре сит илдә булған һәм республикалағы хәлде тотороҡһоҙландырыу маҡсатында ошондай материалдар баҫтырған “Аспекты” кеүек сайттарҙы уҡығанда.
Башҡортостанда урындағы муниципалитеттарға яҡынлашып килгән ташҡын тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан "документ" таратыла. Ялған ҡағыҙҙарҙа төбәкте август айының икенсе яртыһында һыу баҫасаҡ һәм ғәҙәттән тыш хәл режимы индереләсәк тип әйтелә, тип яҙа "Лапша Медиа".
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында раҫлауҙарынса, ташҡын юҡ, был – алдаҡсылар эше. Ведомство вәкилдәре рәсми сығанаҡтарҙа мәғлүмәтте тикшерергә саҡырҙы. Шуны белегеҙ: хәүеф янаған осраҡта урындағы властар һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы был хаҡта алдан хәбәр итәсәк.
Ауыл чаттарында Дәүләт хеҙмәте сервисы аша мобилизация үткәрелеүе тураһында мәғлүмәт әүҙем таратыла башланы. Әйҙәгеҙ, ысынбарлыҡты асыҡлайыҡ. Хәрби иҫәп реестрына мәғлүмәт индереү тураһында белдереү нимә ул?
"Дәүләт хеҙмәттәре" порталына ысынлап та хәрби иҫәптең берҙәм реестрына мәғлүмәттәр индереү тураһында белдереүҙәр килә башланы. Был реестр дәүләт системаһы, унда граждандар повесткалар ебәрелгәнме-юҡмы икәнен тикшерә, шулай уҡ уларҙың күсермәләрен һәм реестрҙан выпискалар ала ала.
Сервис 2025 йылдың майынан тулы ҡеүәтенә эшләй башланы, ә июлдән “Дәүләт хеҙмәттәре”нә теркәлгән хәрби бурысы булғандарға уларҙың мәғлүмәттәрен реестрға индереү тураһында белдереүҙәр килә башланы.
Шуны аңлау мөһим: бындай белдереүҙәрҙе ебәреү — ул бары тик мәғлүмәт сараһы ғына. Хәрби иҫәп реестрына мәғлүмәт индереү хәрби бурысы булғандарҙың статусын үҙгәртмәй. Бөтә мәғлүмәттәр ҙә электән булған, тик әле улар электрон форматҡа күсерелгән. Әгәр һеҙгә хәбәр килһә, был һеҙҙең мәғлүмәттәрегеҙ хәҙер хәрби комиссариаттар системаһында бар тигәнде аңлата.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ялған мәғлүмәт таратыу етди эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Бының өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Мәғлүмәт менән уртаҡлашыр һәм төрлө чаттарҙа паника тыуҙырыр алдынан иғтибарлы булығыҙ һәм факттарҙы тикшерегеҙ.