Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
13 Август 2025, 14:40

Ул – етенсе! Ҡотлайбыҙ!

Тағы бер ҡатын-ҡыҙ район башлығы итеп тәғәйенләнде. 

Ул – етенсе! Ҡотлайбыҙ!Ул – етенсе! Ҡотлайбыҙ!
Ул – етенсе! Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Көйөргәҙе районы советы депутаттары бер тауыштан Лира Тереғолованы муниципалитет хакимиәте башлығы итеп һайланы. Был хаҡта район хакимиәтенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр ителә.

Лира Тереғолова быға тиклем хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары вазифаһын биләгән. Ул республикала етенсе ҡатын-ҡыҙ муниципалитет башлығы булды. Беҙ уны ҡотлайбыҙ һәм эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас