

Ошо көндәрҙә телеграм-каналдарҙың береһендә Стәрлетамаҡта йәшәүсе бер кеше эттән тешләгәндән һуң ҡотороуҙан вакцина ала алмауы тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килде, һәм был халыҡ араһында паника тыуҙырҙы. “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы был осраҡты ла тикшерҙе һәм хәлгә аныҡлыҡ индерҙе.
Дөрөҫлөк шунда, ҡотороу ауырыуына ҡаршы вакцина бар. Вакциналар медицина учреждениеларына ғаризалар буйынса бүленә һәм медицина күрһәтмәләре нигеҙендә конкрет пациенттарға бирелә. 2025 йылдың көҙөндә республикаға сираттағы 4210 доза антирабик вакцина килтерелеүе көтөлә. Был күләм ысынлап та профилактик дауалауға ихтыяжы булғандарға кәрәкле вакциналар һанын тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.
Шуны аңлау мөһим: эт тешләүҙәренән зыян күргәндәрҙең барыһына ла ҡотороу ауырыуына ҡаршы вакцинация талап ителмәй. Вакцинация кәрәклеге тураһында ҡарарҙы табип хәлде клиник баһалау нигеҙендә ҡабул итә.
“Уфа1” баҫмаһының телеграм-каналында “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәтен 17 миллиард һумға һатыу тураһында хәбәр баҫылып сыҡты. Поста шулай уҡ акцияларҙың 11,7 проценты Башҡортостандың ышаныслы идаралығында ҡалыуы билдәләнә. Был мәғлүмәткә ҡайһы бер аныҡлыҡтар индерергә кәрәк.
Беренсенән, “Уфа1” постында һүҙ тап федераль акциялар пакетын һатыу хаҡында бара.
Баҫма журналистары акцияларҙың 38,3 проценты әленән үк Башҡортостан Республикаһына ҡарауын әйтмәгән.
Икенсенән, “Росхим” акционарҙар йәмғиәтенең июнь айында һатылған пакетының 11,7 проценты + бер акцияһы Башҡортостан Республикаһының ышаныслы идаралығына тапшырылған.
Шулай уҡ БСК-ның финанс һөҙөмтәләре тураһында мөһим деталь өҫтәйек: 2024 йыл йомғаҡтары буйынса “БСК” акционерҙар йәмғиәте акционерҙарына 3,04 миллиард һум күләмендә дивиденд түләгән.
Йомғаҡ шундай: дәүләт пакетының бер өлөшөн һатыуға ҡарамаҫтан, республика былай ҙа ҙур өлөшкә эйә булыуына өҫтәп, һатылған пакеттың бер өлөшөн ышаныслы идара итеүгә ала — шуға күрә компания өҫтөнән контроль Башҡортостанда ҡала.
Йыш ҡына фейктар яҙыу менән мауыҡҡан “Пруфы” баҫмаһының темалары бөтә башлаған, күрәһең. Был юлы улар үҙҙәрен фашлаусы “Фактчекин по-башкирски” телеграм-каналына бәйләнергә булған. Имеш, улар юрамал телеграм-каналдар булдырып, унда күрәләтә ялған мәғлүмәт яҙа һәм аҙаҡ үҙҙәре үк шуны фашлай.
“Беҙгә бер нимә лә уйлап табырға кәрәкмәй, сөнки Рәүфә Рәхимованың каналдары даими рәүештә беҙҙе фашлау өсөн контент менән тәьмин итеп тора. Бөгөнгө көнгә тиклем беҙ уларҙың 216 фейк һәм башҡа дөрөҫ булмаған мәғлүмәтен фашланыҡ. Алдаҡ булдырыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек – был уларҙың яратҡан эше”, – тип яҙҙы канал.
Уҙған аҙнала республикала балаларға бәйле бер нисә ҡурҡыныс фажиғәле хәл булды. Тәүҙә 12 йәшлек бала питбайкта аварияға осрап үлде, аҙаҡ биш йәшлек ҡыҙыҡай батутта зыян күреп, реанимацияға эләкте. “Уфимский визионер” телеграм-каналы был хәлдәр буйынса үҙ фекерен белдерҙе.
Ата-әсәләр ҙә үҙ балаларының ғүмере өсөн яуаплы икәнен аңлар өсөн тағы күпме фажиғә булырға тейеш? Кисә генә өҫтәл аҫтынан йөрөгән балаңа бөгөн мотоцикл һатып алғанда, уның был аппараттың, ә иң мөһиме, транспорт сараһында йөрөргә тура килгән ҙур юлдың хәүефлелеген баһалай алыуына ышанаһыңмы? Йәки балаңа 200 һумға 30 минут батутта уйнарға билет һатып алып һәм уны дауыл ваҡытында һикерергә ебәреп, тәбиғәт стихияһының йыш ҡына күҙаллап булмаған көскә эйә икәнлеген аңлайһыңмы?
Вайымһыҙ эшҡыуарҙарҙы һәм юлда ҡыҙыу йөрөгән кешеләрҙе әллә күпме әрләргә, ғәйепләргә була, тик бына зыян күргән һәм һәләк булған балаларҙың ғүмерен дә, һаулығын да кире ҡайтарып ҡына булмаясаҡ. Ә тыйыуҙарға килгәндә, тыйыуҙар һәм сикләүҙәр һаны тиҙҙән шундай кимәлгә етәсәк, кешеләр уларға иғтибар ҙа итмәй башлаясаҡ.
Шуға күрә, депутаттар йәки башҡа чиновниктар тағы ла бер тапҡыр сираттағы тыйыу индерергә тәҡдим иткәндә, бында айыҡ аҡыл ҡайҙа тигән һорау тыуа. Ә аҡыл шунда: әгәр һин олораҡ икән, тап һин үҙең уйларға, күҙалларға һәм баланың ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүеф кимәлен баһаларға һәм уны бер минуттан үлемгә килтереүе ихтимал булған урынға ебәрмәҫкә тейешһең.