

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдың 30 сентябренә тиклем хеҙмәт вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнеп һаҡ аҫтына алынған “Башспирт” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәйеф Әбдрәхимовты яҡлап шәхси үтенес менән сығыш яһарға әҙер булыуын белдерҙе. Был ҡарарын ул бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә иғлан итте. Шулай уҡ ҡулға алынған етәксенең “Башспирт”ты тотороҡландырыуға һәм үҫтереүгә индергән ҙур өлөшөн билдәләне.
– Беренсенән, Рәйеф Рамаҙан улы менән булған хәлде әйтеүе лә, баһалауы ла ҡыйын, — тине Радий Хәбиров. – Беләһегеҙ, мин профессиональ юрист һәм һәр ваҡыт ниндәйҙер баһаларҙан тыйылам. Әммә шуны әйткем килә. Мин предприятиены бөлгөнлөккә килтереп еткерә яҙған Ноғоманов етәкселегендәге шайканы шәхсән унан ҡыуып сығарғас, Рәйеф Рамаҙан улы бик ҡатмарлы эш башҡарҙы. Ул предприятиены көрсөктән сығарҙы. Хәҙер бөтә күрһәткестәр буйынса беҙ илдә иң яҡшыларҙың береһе, ҡаты алкоголь эсемлектәре етештереү буйынса Рәсәйҙә бишенсе урынды биләйбеҙ. Акциздарҙың ғәҙәттән тыш үҫеше, предприятие 100 миллион һумдан ашыу килем күрһәтә һәм башҡалар. Мин ғәйепләүҙәрҙең асылын беләм. Уларға бик шикләнәм тип асыҡтан-асыҡ әйтәм. Уны унда ниндәйҙер ҡот осҡос енәйәтсе итеп тотмауҙарын һорап мөрәжәғәт итергә әҙермен. Уның өс балаһы бар. Шуға күрә, Валерий Станиславович, адвокаттар табығыҙ, үтенес менән мөрәжәғәт итергә әҙер булыуымды әйтегеҙ. Хәлде асыҡларбыҙ тип өмөтләнәм. Тағы бер тапҡыр әйтәм, кеше был предприятиены батып барған ерҙән һөйрәп сығара алды, һәм был шайка эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса етәксене эҙәрлекләүҙе — дөрөҫөн әйткәндә, бының барыһын да аңлап етмәйем. Шуға күрә предприятие эшләргә тейеш. Ә Рәйеф Рамаҙан улын көтәбеҙ.
Радий Фәрит улы Александр Шельдяевҡа ваҡытлыса предприятие етәксеһе вазифаһын башҡарырға ҡушты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тәфтиш фаразы буйынса, 2022 йылдың авгусында “Башспирт”тың генераль директоры вазифаһын биләгән Рәйеф Әбдрәхимов Өфөлә мәҙәни мираҫ объекты булған ике торлаҡ булмаған бинаны ҡуртымға алыу буйынса иҡтисади яҡтан отошло булмаған килешеүҙәрҙе өҙөү өсөн саралар күрмәгән. Был килешеүҙәр “Башспирт”тың элекке етәкселеге тарафынан конкурс процедураларын үткәрмәйенсә һәм иҡтисади нигеҙлелекте баһаламайынса төҙөлгән.
Фото: скриншот.