

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә, Японияның капитуляцияһы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйылыуға 80 йыл тулыуға һәм Икенсе донъя һуғышының тамамланыуына (1945 йыл), шулай уҡ Буденновскиҙағы теракттың 30 йыллығына арналған иҫтәлекле саралар үтте.
Конгресс-холдың фойеһында БР Милли музейының “Генерал Шайморатов” һәм “Башҡортостан – батырҙар иле” күсмә күргәҙмәләре, Республика Хәрби Дан музейының – “Рәсәй. Донбасс. МХО”, БР Милли китапханаһының “Терроризмһыҙ донъя” һәм “Алыҫ Көнсығышта Еңеү” китап күргәҙмәләре эшләне.
Унда федераль һәм төбәк эксперттары, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Советтың милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса эксперт комиссияһы ағзалары, Рәсәй тарихи йәмғиәте һәм республиканың Хәрби фәндәр академияһы ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, ғилми берләшмә, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре, шулай уҡ республиканың юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.
Сарала “Мәғлүмәт һуғыштары шарттарында экстремизм һәм терроризм идеологияһы: яңы һынауҙар һәм уларға ҡаршы тороу ысулдары” темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Түңәрәк өҫтәлдең маҡсаты – терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы көрәш өлкәһендәге заманса мәсьәләләрҙе ҡарау, мәғлүмәт һәм йәмәғәт именлеген нығытыуға комплекслы алымдар әҙерләү.
– Был сара йыл һайын үткәрелә башланы. Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө 20 йыл элек, Бесландағы фажиғәле ваҡиғалар иҫтәлегенә булдырылған. Был фажиғә Рәсәйҙә терроризмға ҡаршы көрәштең боролош мәле була. Был көн беҙгә терроризмға ҡаршы көрәш власть һәм йәмғиәт институттарының берҙәмлеген талап итеүен иҫкә төшөрә. Түңәрәк өҫтәл идеологик экспансияның яңы формаларын анализлауға һәм һөҙөмтәле ҡаршы тороу сараларын әҙерләүгә арналған, – тип билдәләне түңәрәк өҫтәл модераторы, Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, Рәсәй тарихи йәмғиәтенең БР бүлексәһе Советы рәйесе Марат Мәрҙәнов.
Түңәрәк өҫтәлдең фекер алыуҙағы төп йүнәлештәре:
Түңәрәк өҫтәл йомғаҡтары буйынса түңәрәк өҫтәл материалдары йыйынтығы нәшер ителәсәк.
Сараны ойоштороусылар: БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы, БР Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге, Рәсәй тарихи йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе, Хәрби фәндәр академияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе.
Рәмилә МУСИНА фотолары.