

Экстремистарҙы хуплаусы һәм уларҙы рекламалаусы “Республика йорто” телеграм-каналында “Тәбиғәт” тип аталған имеш йәмәғәт ойошмаһы үткәргән социологик һорау алыу тураһында пост урынлаштырыла. Улар раҫлауынса, Башҡортостан халҡының 84,9 проценты Әбйәлил районында тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөүгә ҡаршы. Ни өсөн был һорау алыуға ышанырға ярамай?
"Тәбиғәт"те йәмәғәт ойошмаһы тип атау мөмкин түгел. Ул рәсми статусҡа эйә түгел һәм үҙенең һорау алыуҙарын үткәреү ысулдары тураһында асыҡ мәғлүмәт бирмәй. Һорау алыуҙы ла, һөҙөмтәләрҙе лә, әгәр улар контролдә тотолмаһа, уйлап сығарырға була, шулай бит. Бынан тыш, уларҙың һорау алыуҙары билдәле бер төркөмдәрҙең мәнфәғәттәренә хеҙмәт итә, быны еңел генә иҫбатларға мөмкин.
Ә хәҙер иң ҡыҙыҡлыһы. "Тәбиғәт" артында кем тора? Был ойошма сит ил агенттары менән бәйләнештә булыуҙа һәм сит илдәрҙән провокаторҙар менән координациялауҙа ғәйепләнә. Улар проектты хуплаусыларҙың фекерҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдыра, кире сәбәптәр уйлап таба.
Шул уҡ ваҡытта тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлөшөнөң файҙаһы асыҡ күренә. Яңы предприятие 1500-гә яҡын яңы эш урыны булдыра һәм төбәк инфраструктураһына 40 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп итә ала. Был урындағы халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртасаҡ һәм Әбйәлил районы иҡтисадын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Һис шикһеҙ, экология һәм тотороҡло үҫеш мәсьәләләре төбәк халҡы өсөн мөһим. Әммә проект тураһында мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтарҙан алырға кәрәк, юғиһә манипуляция һәм дезинформация объекттары булып китәсәкһегеҙ.
Уҙған аҙнала “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте темаһы бер тапҡыр ғына алдаҡҡа күмелмәне. Был юлы ла сит илдән координацияланған телеграм-каналдар эш күрһәтте. Уларға Литваға ҡасҡан билдәле радикалсы Руслан Ғәббәсов* ярҙам итә. Имеш, компания социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәре яҡлы комментарийҙар өсөн түләй.
Ни өсөн был “сенсация”ның ысынбарлыҡ менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ? “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы уларҙы сираттағы тапҡыр фашланы.
Компанияға бындай ысул менән кешеләрҙе ыңғай комментарийҙар өсөн яллауҙың һис кәрәклеге юҡ. Баштан уҡ улар үҙҙәрен асыҡ тип иғлан итте, һәм быны эштәр менән иҫбатлайҙар:
-үҙ ҡарары буйынса урындағы халыҡ менән осрашыу-презентациялар үткәрҙеләр, унда ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға яуап бирҙеләр;
- шундай уҡ предприятиеға – Томинск тау-байыҡтырыу комбинатына турҙар ойошторҙолар;
- Асҡарҙа офис асылды һәм район биләмәһендә юридик яҡтан теркәлде.
Ҡағиҙә булараҡ, алдаҡтар кешеләрҙе факттар менән ышандыра алмағанда барлыҡҡа килә. Ә факттар компанияның социаль яуаплылығы тураһында һөйләй, ул ысынлап та хеҙмәткәрҙәре тураһында ғына түгел, ә халыҡ тураһында ла хәстәрлек күрә.
Телеграмда аноним каналдар фейк ижад иткән арала, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ерҙә реаль эш алып бара. Бөгөнгө көнгә Буранғол ауылында авария хәлендәге интернатты капиталь ремонтланылар. Ул заманса ҡорамалдар һәм балаларҙың уңайлылығы һәм үҫеше өсөн инвентарь менән йыһазландырылған. Шулай уҡ ФАП һәм балалар баҡсаһы яңыртылды.
Компания “Ғилем” олимпиадаһын үткәрә, унда райондың бөтә мәктәптәренән меңәрләгән бала ҡатнаша, “Ирәндек” лагерында спорт майҙансығы төҙөй. Оло Ҡыҙыл ярҙарын таҙартыу буйынса экоакциялар, ағастар ултыртыу, күп балалы ғаиләләрҙең район гәзиттәренә яҙылыу, район һабантуйында спонсорлыҡ – эштәр үҙҙәре өсөн һөйләй.
Сираттағы “ғауғалы” пост – яҡшы планлаштырылған провокация. Был республика халҡы араһында ышанысһыҙлыҡ һәм ығыш тыуҙырырға теләүселәрҙең классик технологияһы. Проект Башҡортостандың үҫеше өсөн мөһим, һәм уны алға ебәреү интернеттағы аноним комментарийҙарға түгел, ә асыҡлыҡ һәм ғәҙел диалог принциптарына ҡорола.
Ә экстремистарға һәм террористарға райондың факттары ла, реаль үҫеше лә мөһим түгел, уларҙың маҡсаты — тотороҡһоҙлоҡ. Быны иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
Дөйөм алғанда сентябрҙең тәүге аҙнаһы алдаҡсылар өсөн бик ҡыҙыу булды. Ниндәй генә темаларҙы күтәрмәнеләр һәм халыҡтың башын бутарға маташманылар. Мәҫәлән, тағы бер һуңғы айҙарҙың “мөһим” темаһы – Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау. Был юлы “Азатлыҡ радиоһы”** телеграм-каналы тырышты. Улар ҙа һәйкәлде емереп ташлау тураһында яҙа һәм үҙен тарихсы тип танытҡан радикал һәм экстремист Илшат Кинйәбаевтың*** фекеренә таяна. Ул да сит ил агенты тип танылған һәм Германияла йәшәп ята. Ҡыҫҡаһы, был сираттағы фекк һәм уға ышанырға кәрәкмәй. Эштәр үҙ яйы менән бара, тейешле органдар быны контролдә тота һәм ваҡыты еткәс, яңыртылған һәйкәл урынына әйләнеп ҡайтасаҡ.
Социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан 2025-2026 уҡыу йылына мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡынан мотлаҡ тотоп ҡалыуҙы талап иткән хат баҫылып сыҡты. Был фейк.
БР Мәғариф министрлығында был “хат” ысынбарлыҡҡа тап килмәй тип иҫкәртәләр һәм провокацияға бирешмәҫкә, уяулыҡ һаҡларға һәм тикшерелгән сығанаҡтарға ғына ышанырға саҡыралар. Бөтә рәсми мәғлүмәт министрлыҡ сайтында һәм уның социаль селтәрҙәге рәсми биттәрендә генә баҫыла.
*Рәсәй Федерацияһы территорияһында сит ил агенты һәм экстремист тип таныла.
**Рәсәй Федерацияһы территорияһында сит ил агенты һәм экстремист тип таныла.
***Рәсәй Федерацияһы территорияһында сит ил агенты һәм экстремист тип таныла.