

Башҡортостанда енәйәт-башҡарыу системаһының сәнәғәт бүлексәләренең дәүләт һәм муниципаль власть органдары менән үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәрен тикшерҙеләр. Был мәсьәлә буйынса докладты Хөкүмәт кәңәшмәһендә Рәсәй федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығының республика буйынса начальнигы урынбаҫары Евгений Аристов тәҡдим итте.
– Федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығының сәнәғәт комплексы республиканың эре индустриаль үҙәктәрендә урынлашҡан холоҡ төҙәтеү учреждениелары ҡарамағындағы ете подразделениены үҙ эсенә ала. Йыллыҡ продукция сығарыу күләме 2 миллиард һумдан ашып китә, – тип хәбәр итте Евгений Аристов. – Махсус контингентты эшкә урынлаштырыу һәм ведомствоның төп бурысын – хөкөм ителгәндәрҙе төҙәтеү маҡсатында сифатлы продукцияны конкуренцияға һәләтле хаҡтар буйынса тейешле күләмдә етештерергә әҙербеҙ.
Билдәләп үтергә кәрәк, Федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығы подразделениелары производстволарында машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү продукцияһы, еңел сәнәғәт тауарҙары, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек сығарыу яйға һалынған. Заказсылар араһында – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау һәм бер нисә район хакимиәттәре. Күләмдең яртыһынан күберәге республиканан ситтә һатыла.
Продукцияны йәрминкәләрҙә һәм күргәҙмәләрҙә танытыуға айырыуса иғтибар бүленә. Мәҫәлән, 20 сентябрҙә Өфөлә Ленин исемендәге майҙанда уларҙың тауарҙары тәҡдим ителәсәк.
– Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең республика буйынса идаралығының сәнәғәт комплексы менән үҙ-ара эш итеүен әүҙемләштереү һәм көсәйтеү мөһим. 20 сентябрҙә муниципалитеттарҙан йәрминкәгә барып, продукция менән танышыуҙарын һорайым. Уның сифаты ярайһы уҡ яҡшы, һатып алыу миҫалдары бар. Беҙҙең бурыс – ошо мөмкинлектәрҙе асыу, артабан заказсылар ғәмәлдәге процедуралар сиктәрендә ихтыяждарҙы үҙҙәре билдәләйәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.