+21 °С
Болотло


2025 йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау, шул иҫәптән өҫтәмә һайлау үтәсәк.
Төп һайлау Белорет ҡалаһы һәм Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәләре Советтарына, Башҡортостан Республикаһы Өфө районы Йоматау ауыл биләмәһе ауыл Советына тәғәйенләнгән. Бөтәһе - 50 мандат.
Өҫтәмә һайлау 148 муниципаль берәмектең 173 округында үтәсәк. Бөтәһе 240 мандат алмаштырыу планлаштырыла.
Фото: cikrb.ru.