Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Сентябрь 2025, 13:00

Әле ваҡытынан алда тауыш биреү бара

Был 2025 йылдың 14 сентябрендә берҙәм тауыш биреү көнөндә, етди сәбәптәр арҡаһында, үҙ һайлау участкаһында тауыш бирә алмағандар өсөн ойошторолған.

Әле ваҡытынан алда тауыш биреү бараӘле ваҡытынан алда тауыш биреү бара
Әле ваҡытынан алда тауыш биреү бара

3 сентябрҙән 13-нә тиклем участка һайлау комиссиялары биналарында ваҡытынан алда тауыш биреү үткәрелә.

Был 2025 йылдың 14 сентябрендә берҙәм тауыш биреү көнөндә, етди сәбәптәр арҡаһында, үҙ һайлау участкаһында тауыш бирә алмағандар өсөн ойошторолған.

Етди сәбәптәр иҫәбенә түбәндәгеләр инә:

  • ял итергә китеү;
  • командировка;
  • хеҙмәт һәм уҡыу эшмәкәрлеге режимы;
  • дәүләт һәм йәмәғәт бурыстарын үтәү;
  • һаулыҡ торошо;
  • башҡа мөһим сәбәптәр.

Ваҡытынан алда тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн РФ гражданының паспорты һәм һайлаусының исеме һәм уның йәшәгән урыны адресы, ваҡытынан алда тауыш биреү өсөн етди сәбәп күрһәтелгән ғариза кәрәк.

БЕЛЕШМӘ:

Башҡортостан Республикаһының һайлау тураһындағы кодексында билдәләнеүенсә, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлауҙа ваҡытынан алда тауыш биреү участка һайлау комиссияһы бинаһында тауыш биреү көнөнә тиклем 10 көн ҡалғас ҡына үткәрелә. 2025 йылда - 3 сентябрҙән 13 сентябргә тиклем.

Һайлауҙы ойоштороусы һайлау комиссияһы һайлау комиссияһының эш графигын раҫлай. График раҫланғандан һуң участка һайлау комиссиялары ошо һайлау комиссияһы бинаһында ваҡытынан алда тауыш биреүҙе башлау көнөнән алдағы көндән дә һуңға ҡалмайынса ҡарарҙар ҡабул итә, уларҙа участка һайлау комиссияһы бинаһында ваҡытынан алда тауыш биреүҙең һәр көнөндә тауыш биреүҙе ойоштороусы һайлау комиссияһының кәм тигәндә ике ағзаһының дежурлыҡ графигы раҫлана.

Һайлауҙы ойоштороусы һайлау комиссияһы (ТИК) ваҡытынан алда тауыш биреү үткәреү тураһында мәғлүмәтте, ваҡытынан алда тауыш биреү ваҡыты һәм урыны тураһында мәғлүмәтте, шулай уҡ һайлаусы ваҡытынан алда тауыш биреү хоҡуғына эйә булған нигеҙҙәрҙе һайлаусыларға уларҙың йәшәгән урыны буйынса еткерә.

Фото: cikrb.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас