Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Сентябрь 2025, 16:10

21.00 сәғәттә һайлау участкалары ябылды

Киләһе этап– тауыш биреү йомғаҡтарын билдәләү процедураһы.

21.00 сәғәттә һайлау участкалары ябылды21.00 сәғәттә һайлау участкалары ябылды
21.00 сәғәттә һайлау участкалары ябылды

21:00 сәғәттә урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү тамамланды, бөтә һайлау участкалары уға йомғаҡ яһау өсөн ябылды.

 Һайлау бюллетендәренә 652 кандидат, шул иҫәптән 13 МХО-ла ҡатнашыусыһы индерелгән. Улар “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ”, КПРФ, ЛДПР, ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ – ХӘҠИҠӘТ өсөн, “ЯҢЫ КЕШЕЛӘР”, “Граждандар Платформаһы”, “ЯБЛОКО” сәйәси партияларының һәм “РӘСӘЙ ТЕРӘГЕ” йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәләре тарафынан тәҡдим ителгән, 34 кандидат һайлауҙа үҙ-үҙен күрһәтеү тәртибендә ҡатнашҡан.

Һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреү менән 48 территориаль һәм 256 участка һайлау комиссияһы шөғөлләнде.

Киләһе этап– тауыш биреү йомғаҡтарын билдәләү процедураһы.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас