

Бөгөн, 14 сентябрҙә, Берҙәм һайлау көнө. Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау, шул иҫәптән өҫтәмә һайлау үтә. Иртәнсәк, урындағы ваҡыт буйынса 7.00 сәғәттә, республикала 256 участка һайлаусылар өсөн ишектәрен асты.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, төп һайлау Белорет ҡалаһы һәм Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәләре Советтарына, Башҡортостан Республикаһы Өфө районы Йоматау ауыл биләмәһенә тәғәйенләнгән. Бөтәһе 50 мандат. Өҫтәмә һайлау 148 муниципаль берәмектең 173 округында үтә. Бөтәһе 240 депутат һайлайҙар.
Урындарҙа һайлау барышы менән яҡындан танышыу өсөн төп һайлау уҙған Өфө районының Йоматау ауыл советы ауыл биләмәһенә юлландыҡ. Бында урындағы ауыл советы депутаттарын һайлау ике һайлау участкаһында уҙа. Йоматау мәктәбендә урынлашҡан 3090-сы һайлау участкаһында – ете, “Йоматау” шифаханаһындағы 3088-се һайлау участкаһында өс мандат өсөн тауыш бирәләр.
Йоматау мәктәбендә урынлашҡан 3090-сы һайлау участкаһы рәйесе Людмила Владимирова Мамаева әйтеүенсә, халыҡ иртәнге сәғәт һигеҙҙән һуң әүҙемләшкән.
– Беҙҙең һайлау учаскаһында бөтәһе 2137 һайлаусы теркәлгән. Уларҙың 309-ы, 15 проценты, урындағы һайлауҙарҙа ваҡытынан алда тауыш биреү хоҡуғынан файҙаланып, 3 сентябрҙән 13 сентябргә тиклем тауыш бирҙе. 26 кеше беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнаша, уларға бүләктәр бирәбеҙ. Шулай уҡ өлкән йәштәгеләргә, балалары менән килгән ғаиләләргә сәй тәҡдим итәбеҙ. Быйыл беҙҙең һайлау участкаһында аҙ хәрәкәтсән граждандар һайлау хоҡуғынан файҙаланһын өсөн пандус ҡуйылды, асфальт түшәлде.
Иң өлкән тауыш биреүсе 1938 йылғы. Уға комиссия ағзалары үҙҙәре бара.
Беҙҙең участкала ете округ, уларҙың һәр береһенән яуаплы күҙәтеүселәр бар, ҡайһы бер округтан хатта өс кеше. Әлегә 10 кеше күҙәтеүсе булып теркәлгән. Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре килеп, һайлау барышын ҡарап китте. Һайлау участкаһында туғыҙ кеше эшләй. Берҙәм тауыш биреү тыныс, эшлекле шарттарҙа үтә, – тине Людмила Владимировна.
Һәр ваҡыттағыса, һайлау кампанияһында өлкән йәштәге кешеләр әүҙем. Миңлейәр Сураҡовҡа 66 йәш. Ул тормош иптәше менән тауыш бирҙе.
– Һайлауҙа һәр ваҡыт ҡатнашабыҙ. Йоматау ауылына беҙ хаҡлы ялға сыҡҡас күсеп килдек. Бына инде өс йыл тауыш бирәбеҙ. Һайлауҙа мотлаҡ ҡатнашырға кәрәк, – ти Миңлейәр Хәсән улы.
Һайлауға ғаиләләре менән килгәндәр бихисап. Минең иғтибарҙы игеҙәк ханымдар йәлеп итте. Баҡтиһәң, улар Йоматау ситанцияһынан әсәйҙәре – Надежда Цикункова менән бергә тауыш бирергә килгән.
– Беҙ һәр ваҡыт тауыш биреүҙә ҡатнашабыҙ, сөнки үҙем 20 йыл һайлау комиссияһы ағзаһы булдым. Тимер юлында эшләп хаҡлы ялға сыҡтым, хеҙмәт ветеранымын. Ҡыҙҙарым Елена менән Ольганың бөгөн тыуған көндәре, уларға 52 йәш тула. Шуға ла бөгөн беҙгә икеләтә байрам, кәйефебеҙ күтәренке. Үҙебеҙҙең киләсәк өсөн тауыш биреп, хәҙер тыныс күңел менән ҡунаҡ ҡаршыларға ҡайтабыҙ, – тине 71 йәшлек Надежда Петровна.
Көндөҙгө сәғәт 12-гә халыҡ күпләп килә башланы. Хаҡлы ялдағы табип Радмил Рауил улы Азнабаев та тормош иптәше Фирҙәүес Ғайса ҡыҙы менән килгән.
– Беҙ Баймаҡ районында, Сибай ҡалаһында йәшәнек, дәрәжәле урындарҙа етәкселәр булып эшләнек. Йоматау станцияһына күсеп килгәнебеҙгә дүрт йыл. Беҙгә 77 һәм 78 йәш. Бер һайлауҙы ла ҡалдырғаныбыҙ юҡ. Донъя имен булһын, киләсәк өсөн һайлауҙа ҡатнашырға кәрәк, – тине Аҙнабаевтар.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә уҡыусылар йәрминкәләр ойоштороуы матур йолаға әйләнде. Йоматау мәктәбе уҡыусылар ла был сараға тырышып әҙерләнгән. Һайлау көнөндә Ватанды һаҡлаусыларҙы ла онотмағандар – мәктәп уҡыусылары “Һалдатҡа хат” акцияһын ойошторҙо. Ғөмүмән, был саралар, балаларҙың ихлыслығы һайлауға килгән кешеләрҙең кәйефен күтәрә, был тауыш биреүҙәге әүҙемлеккә лә ыңғай йоғонто яһай.
Әгәр бөгөн һеҙҙә лә һайлау уҙғарылһа, әле өлгөрәһегеҙ, тауыш биреү 21.00 сәғәттә тамамлана.
Рәмилә МУСИНА фотолары.