Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Сентябрь 2025, 18:30

Ялған артынан ялған...

Ир-аттарға илдән сығыуҙы сикләмәйҙәр, ә экстрасенстар Өфөгә килмәгән.

Ялған артынан ялған...Ялған артынан ялған...
Ялған артынан ялған...

Уҙып барған аҙнала телеграм-каналдарҙа Өфөнөң Затон биҫтәһенә экстрасенстар килгән һәм яңы шоу төшөргән тигән хәбәр таралды. Кемгә һәм ни өсөн кәрәк булғандыр, ләкин был - алдаҡ.

“Лапша Медиа” быға аныҡлыҡ индерҙе. “Экстрасенсы. Битва сильнейших” шоуын ул көндө Өфөлә генә түгел, ә Киров, Курск, Брянск, Череповец һәм башҡа ҡалаларҙа ла “төшөргәндәр” икән. Ысынбарлыҡта хәл 11 августа Төмәндә була. Һуңыраҡ архив кадрҙарын яңы тип танытырға һәм башҡа ҡалаларға бәйләргә тырышалар, моғайын, яҙылыусыларҙы йәлеп итеү өсөндөр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай телепроекттарҙа күрһәтелгән “экстрасенсор һәләттәр” шоуҙың бер өлөшө генә. Был тапшырыуҙар киң мәғлүмәт сараларында һәм документаль фильмдарҙа бер нисә тапҡыр фаш ителә.

Уҙған аҙнала интернетта 25 йәштән 58 йәшкә тиклемге ир-аттарға илдән сығыуҙы сикләү тураһында ялған мәғлүмәт таралды. Башҡортостандың Хәрби комиссариатында рәсми рәүештә бындай документтар әҙерләнмәгәнен, ә СМС-хәбәрҙәр ебәрелмәгәнен белдерәләр.

Хәрби комиссар вазифаһын башҡарыусы полковник Ринат Латипов: "Беҙ был документты әҙерләмәнек. Был - ялған мәғлүмәт”, – тине. Бынан тыш, Башҡортостандың Хәрби комиссариаты ФСБ хеҙмәткәрҙәренә, бигерәк тә икенсе төбәктән булғандарға күрһәтмәләр бирә алмай.

Был аҙнала “Лапша-Медиа” каналы мессенджерҙарҙағы тағы бер паника хаҡында һөйләне: имеш, Башҡортостанда “химия ағыуы” менән авария булған, шуның арҡаһында төбәктә һыуҙы эсергә ярамай.

Был – ялған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты был хәбәрҙе кире ҡаҡты: “Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрендә ниндәй ҙә булһа авариялар тураһында мәғлүмәт килмәне. Вәкәләтле органдар һыу үткәргес селтәренең һыу сифатын даими контролдә тота”.

Имеш-мимештәргә ышанмағыҙ, ведомстволарҙың рәсми хәбәрҙәренә һәм тикшерелгән сығанаҡтарға таянығыҙ.

“Пруфы” баҫмаһы Рөстәм Шәйәхмәтов һәм Дилара Гундорованың фекеренә һылтанып, республикала финанс проблемалары тураһында белдерә. Ниндәй баҫма, эксперттары ла шундай, ти “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы.

Был “эксперттар” фекеренсә, республикала бюджет дефициты һәм юғары бурыс йөкләмәһе бар. Улар, бөткән резервтар һәм бурыстарҙы хеҙмәтләндереү кәрәклеге республиканы финанслауҙың яңы сығанаҡтарын эҙләргә мәжбүр итә, тип иҫәпләй. Теманы “Пруфы”-нан тыш башҡа экстремистик телеграм-каналдар ҙа күтәреп ала.

Ысынбарлыҡта хәл башҡаса. “Эксперт РА” аудитор компанияһы яңы отчетта республиканың бурыс йөкләмәһе түбән кимәлдә булыуын билдәләй. Бурыстың дөйөм күләме 71,15 миллиард һумға тиклем арта, әммә шул уҡ ваҡытта бюджет килеме лә арта. 2025 йыл аҙағына дөйөм бурыс 71,6 миллиард һумға тиклем тәшкил итер тип көтөлә, әммә һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең артыуы арҡаһында бурыс йөкләмәһе 30 проценттан 28 процентҡа тиклем кәмейәсәк. Маҡсатлы инфраструктура һәм ҡаҙна кредиттарын иҫәпкә алмағанда, был күрһәткес бөтөнләй уңайлы кимәлдә буласаҡ — 19,1 процент. Агентлыҡ аналитиктары республиканың юғары кредит рейтингын раҫлай.

Иҡтисадсы Рөстәм Ахунов, Финанс министрлығы отчетына һылтанып, 2025 йылдың 1 сентябренә республиканың банктар алдында бурыстары юҡ, тип хәбәр итә. Ул шулай уҡ, төбәктең дөйөм дәүләт бурысы ҙур булып күренһә лә, уның күләме һәм структураһы, Рәсәй Финанс министрлығы методикаһына ярашлы, хәүефһеҙ кимәлдә ҡала, тип өҫтәне.

Белорет ҡалаһының урындағы чаттарында Украинала әҙерләнгән видеоролик әүҙем таратыла. Был - һайлау ваҡытында дошмандар таратҡан тағы бер фейк.

Роликта райондың элекке башлығы Андрей Иванютаның исемен ҡулланырға тырышалар, ул күптән инде был вазифаны биләмәй. Украина ЦИПСО-һы ялған көн тәртибен булдырырға тырышып, иҫкергән ҡалыптар буйынса эшләй. Йәнә педофилия темаһы күтәрелә, ул элек тә экстремистар һәм беҙгә билдәле фейкньюс тарафынан әүҙем үҫтерелә ине. Алдан хәбәр ителеүенсә, был ғәйепләүҙәрҙең барыһы ла раҫланмай һәм кире ҡағыла.

Был провокацияны шул уҡ көстәр координациялай. Был ролик бындай баҫмалар серияһында бер генә элемент булып тора. ЦИПСО хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәт майҙанын системалы рәүештә болғатырға тырыша, бының өсөн иң провокацион атамалар ҡуллана. Һайлау алды осоро – фейк уйлап табыусылар һәм экстремистар өсөн яратҡан ваҡыт.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас