

2025 йылдың 14 сентябренә тәғәйенләнгән урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау йомғаҡтары билдәле.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәттәре буйынса, яҡынса йомғаҡтар буйынса бөтә кимәлдәге һайлауҙа һайлаусыларҙың 48,28 проценты (90 173 һайлаусы) тауыш биргән.
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан кандидаттар 198 мандат алған; “Ғәҙел Рәсәй – Хәҡиҡәт өсөн” – 10; ЛДПР – 7, КПРФ – 6; “Яңы кешеләр” – 2; “Граждандар платформаһы” – 1 мандат.
15 депутат мандаты үҙ-үҙен күрһәткән кандидаттарға эләккән. Һайлауҙарҙа ҡатнашҡан 13 махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы үҙ округтарында еңеү яулаған.
Шулай итеп, 2025 йылдың 14 сентябренә тәғәйенләнгән һайлауҙа һайлаусыларҙың тауыш биреү һөҙөмтәһендә бөтә 239 депутат мандаты алмаштырыла.
Һайлау Башҡортостан Республикаһы кандидаттарынан, партияларынан һәм Йәмәғәт палатаһынан күҙәтеүселәр контроле аҫтында үтте. Атап әйткәндә, кандидаттарҙан һәм партияларҙан һайлау участкаларында 296 күҙәтеүсе, БР Йәмәғәт палатаһынан 498 күҙәтеүсе ҡатнашты.
Территориаль һайлау комиссияларының эшен тауыш биреү көнөндә 37 кеше күҙәтте. Тауыш биреү бүлмәләрендә күҙәтеүселәрҙең булыуы менән бәйле конфликттар теркәлмәгән.
Күҙәтеүселәрҙән тыш, һайлау участкаларында 116 журналист тауыш биреү барышын яҡтырта.
Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom.