Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Сентябрь 2025, 16:15

Был планды мотлаҡ башланғыс этапта күрһәтергә кәрәк

Был документ Башҡортостан милкендәге ер участкаларын ҡуртымға биреү өсөн процедураны тиҙләтеү буйынса маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеүгә йүнәлтелгән.

Был планды мотлаҡ башланғыс этапта күрһәтергә кәрәкБыл планды мотлаҡ башланғыс этапта күрһәтергә кәрәк
Был планды мотлаҡ башланғыс этапта күрһәтергә кәрәк

Быйыл 31 июлдә үҙ көсөнә ингән 296-сы федераль законға ярашлы, аукцион тураһында мәғлүмәттәр составында ер участкаһының ҡала төҙөлөшө планын мотлаҡ күрһәтергә кәрәк. Был сара инвесторҙарға инвестиция циклының башланғыс этабында архитектура-төҙөлөш проекты эштәрен башлау мөмкинлеген бирә. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡытын күпкә ҡыҫҡарта.

- Быға тиклем ер участкаһының ҡала төҙөлөшө планы ер участкаһына хоҡуҡты рәсмиләштермәйенсә бирелә ине. Хәҙер был мәғлүмәтте аукцион этабында биреү проект биреү процесын күпкә иртәрәк атҡарыу мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, яңы законда ер участкаһын аукционға ҡуймау өсөн нигеҙҙәр исемлеген төҙәтте. Инженер-техник тәьмин итеү селтәрҙәренә тоташтырыуҙың техник шарттары тураһындағы мәғлүмәттәрҙең барлығы тураһында талап итеүер участкаһының ҡала төҙөлөшө планының мотлаҡ булыуына алмаштырыла, - тип һөйләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.

Республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы тарафынан быйыл 15 ғинуарҙан “юл картаһы”, “Үтә инвестиция ағымы” һаҡсыл проекты (бережливый проект “Сквозной инвестиционный поток”)  эшләнгән һәм раҫланған. Был документ Башҡортостан милкендәге ер участкаларын ҡуртымға биреү өсөн процедураны тиҙләтеү буйынса маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеүгә йүнәлтелгән.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас