Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Октябрь 2025, 13:15

Республикала 14 йәшлек ҡыҙҙы ҡулға алғандар

Бындай ҡулға алыуҙар башҡа төбәктәрҙә лә булған...

Республикала 14 йәшлек ҡыҙҙы ҡулға алғандарРеспубликала 14 йәшлек ҡыҙҙы ҡулға алғандар
Республикала 14 йәшлек ҡыҙҙы ҡулға алғандар

Тәфтиш комитеты һәм Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанда, Силәбе, Ырымбур һәм Брянск өлкәләрендә үҫмерҙәрҙе терроризм тураһында статьялар буйынса ҡулға алған.

Уларҙың күбеһенә террористик эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыуға һәм терроризмды аҡлауға асыҡ саҡырыуҙар, террористик ойошмала ҡатнашыу йәки терактҡа әҙерлек тураһында статьялар буйынса ғәйепләүҙәр белдерелгән. Был хаҡта Рәсәй Тәфтиш комитетының рәсми вәкиле Светлана Петренко хәбәр итте.

Мәҫәлән, Тәфтиш комитеты фаразы буйынса, август айында Башҡортостандан 14 йәшлек ҡыҙ террористик ойошма эшмәкәрлеген пропагандалау маҡсатында төрлө кешеләр менән хат алышҡан. Ул шулай уҡ Благовещендағы мәғариф ойошмаларында күпләп үлтереүҙе планлаштырыу тураһында материалдар тарата.

“Башҡа шундай уҡ осраҡтарҙағы кеүек, балалар ситтән килгән ҡушымталарҙың кире йоғонтоһона дусар була”, — тип хәбәр иттеләр Тәфтиш комитетынан.

Ырымбур өлкәһендә лә террористик ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашҡан 15 йәшлек үҫмерҙе ҡулға алғандар. Былтырҙан алып ул мессенджерҙа хат алыша һәм аҡса өсөн мөлкәтте яндырыу, тәгәрмәстәрҙе тишеү, шулай уҡ неонацистик граффити төшөрөү юлы менән зыян килтереү һәм юҡ итергә ниәтләүен белдерә.

Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы насар кешеләрҙән һәм хаталы аҙымдарҙан һуҡларға тырышығыҙ, күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас