

Өфөлә милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәлен һүтеү дауам итә. Был эш уҙған аҙнала башланғайны, бөгөн төп этабы үткәрелде – герой һынының өҫкө яғы һүтеп алынды. Тарихи ваҡиғаны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов, реставраторҙар һәм журналистар күҙәтте.
Майҙандағы белгестәр аңлатыуынса, һәйкәлде һүтеү уның тарихи монтажына кире тәртиптә башҡарыла. 1960 йылдарҙа скульптура өс ҙур фрагменттан – аттың аҫҡы өлөшөнән, аттың өҫкө өлөшөнән һәм Салауат Юлаев фигураһынан йыйыла. Хәҙер уны ла шундай уҡ ысул менән һүтәсәктәр. Реставрациянан һуң һәйкәл шул уҡ тарихи тәртиптә монтажланасаҡ.
– Бөтә Башҡортостан һәм уның халҡы өсөн Салауат Юлаев һәйкәле бик ҙур әһәмиәткә эйә. Ул – беҙҙең тарих, символ, йолалар сағылышы. Скульптурала еңеүсе халыҡтың тарихы, уның һәр саҡ алға, үҫешкә, именлеккә ынтылышы һүрәтләнгән, – тине журналистарға Рөстәм Ғәзизов. – Әлеге ваҡытта әҙерлек эштәре тамамланды, кисә һәйкәлде һүтә башланыҡ. Тәүге көндә бәләкәй элементтар алынды, бөгөн Салауат үҙе. Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса эш алдан раҫланған техник документацияға ярашлы алып барала. Төп эштәрҙе Рәсәй художество академияһы фонды үткәрә. Бөтә этаптар ҙа күҙәтеү аҫтында башҡарыласаҡ.
Һәйкәлдең бөтә элементтары Өфөләге махсуслаштырылған цехҡа күсереләсәк. Реставрация эштәре барышын Реставрация советы һәм Күҙәтеү советы ағзалары күҙәтәсәк.
Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы, Рәсәй художество академияһы академигы Александр Гурамович Мирианашвили әйтеүенсә, фигураны алыр алдынан уны эстән ентекләп тикшергәндәр һәм емерелмәһен өсөн кәрәкле элементтарын ысҡындырғандар.
– Әле уны ваҡытлыса ергә ҡуйып торҙоҡ та, артабан һүтәсәкбеҙ һәм күсереүгә әҙерләйбеҙ. Бер нисә көндән уны цехҡа оҙатабыҙ. Урын әҙерләнгән. Һәйкәлдең хәлен үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, эстән дә, тыштан да ныҡ тутыҡҡан. Ентекле реставрация көтөлә. Суйын таҙартыласаҡ, кәрәкле элементтар алмаштырыласаҡ, аҙаҡ буяласаҡ. Һәйкәлде октябрь аҙағына тиклем тулыһынса һүтеп бөтәсәкбеҙ. Ат та өлөшләп һүтеләсәк. Аттың аҫҡы өлөшө иң ауыры, уны алыр өсөн ҡеүәтлерәк кран килтереләсәк, – тип аңлатма бирҙе ул.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, Салауат Юлаев һәйкәле федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора. Бөтә эштәр ҙә киләсәк быуындар өсөн мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауҙы гарантиялаған 73-ФЗ һанлы Федераль законға ярашлы башҡарыла. Проект ҡарарҙары билдәләнгән тәртиптә килешелгән һәм монументтың тарихи ҡиәфәтен үҙгәртеүҙе күҙ уңында тотмай. Эштәр тамамланғас, скульптура ла, постамент-ҡурған да XX быуат уртаһында авторҙар уйлап сығарған тәүге ҡиәфәтендә тергеҙеләсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдың 2 июнендә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Салауат Юлаев һәйкәлен комплекслы реставрациялау башланыуы тураһында иғлан иткәйне. Республика һәм ҡала властары һәйкәлде һаҡлау гаранттары булып тора. Эштәр алдан уҡ тейешле кимәлдә килешелде, раҫланған график, дәүләт экспертизаһын үткән проект документацияһы бар.
Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы ҡарамағында һәйкәлде һаҡлау (реставрациялау) мәсьәләһе буйынса Күҙәтеү советы ойошторолдо. Эштәрҙе “Рәсәй художество академияһы” фонды һәм уның президенты Василий Зурабович Церетели контроле аҫтында алып баралар. Процесты Башҡортостан Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы һәм Ростехнадзорҙың Көнбайыш Урал идаралығы күҙәтә. Эшкә бик күп белгестәр: реставраторҙар, архитекторҙар, археологтар, дөйөм төҙөлөш эштәре буйынса эксперттар һәм бетон конструкцияларҙы тикшереүселәр йәлеп ителгән.
Шулай уҡ алдан бер нисә тапҡыр аңлатылыуынса, эштәр өс этапта үтәсәк. Беренсе - әҙерлек этабы тамамланды ла инде. Ул июнь айында башланды һәм ошо йылдың сентябренә тиклем дауам итте: һәйкәл тирәһендәге биләмәне кәртәләп алалар, төҙөлөш баҫҡыстары ҡуйҙылар һәм һүтеү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдарҙы әҙерләнеләр. Хәүефһеҙлек талаптары менән бәйле майҙанға инеү тулыһынса ябылды.
Төп этап 2025 йылдың октябренән 2027 йылдың апреленә тиклемге осорға планлаштырылған — был ваҡыт эсендә һәйкәлде һүтеп алып, реставрацияға махсус цехҡа ебәрәләр. Һуңғы этап 2027 йылдың апреленән сентябренә тиклем үтәсәк. Был этап сиктәрендә фонтан яңыртыласаҡ һәм Салауат Юлаев майҙанының бөтә биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Майҙандың һуңғы комплекслы реконструкцияһы 2007 йылда үткәрелә, шуға күрә әлеге ваҡытта уны капиталь яңыртыу талап ителә.
Шулай итеп, хәҙер 2027 йылды көтөргә ҡалды. Яңыртылған һәйкәлде ошо йылда ҡайтарасаҡтар. Монументты асыу тантанаһы 2027 йылдың 11 октябренә билдәләнгән һәм һәйкәлдең 60 йыллығына һәм Республика көнөнә арналасаҡ.
Александр Данилов фотолары.