Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Октябрь 2025, 08:10

Радий Хәбиров политологтар менән осрашты

Унда нимәләр тураһында һөйләштеләр?  

Радий Хәбиров политологтар менән осрашты. Унда нимәләр тураһында һөйләштеләр?

Төп йүнәлеш

МХО-ны уңышлы тамамлау – төп бурыс, республика һәм бөтә ил уға эшләй.

Һаҡсыл иҡтисад

Һаҡсыл иҡтисадҡа күсеү иғлан ителде. Ул – бөтә нәмәне киҫеү түгел,  форматты үҙгәртеү. Уҙған йылдарҙа күп кенә ҙур объекттар һалып өлгөрҙөк,  бөгөн уларҙы башлауы ҡатмарлы булыр ине.  Беренсе сиратта ваҡиға сараларына сығымдар кәметелә. “Яңы йыл – балалар өсөн байрам”. Яңы йыл сараларына сығымдар кәметелмәйәсәк.

МХО-ла ҡатнашҡандарға ярҙам

МХО-ла ҡатнашҡандарға ярҙам суммаһы ике тапҡырға тиерлек артты – быйыл ул 25 миллиаирд һум. Башҡортостанда 54 ярҙам сараһы эшләй, башҡа төбәктәрҙә – 20-30 ғына. Башҡортостанда ғына МХО-ла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн шифаханаларҙа ял итеү ойошторолған.

МХО ветерандары һәм власть

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 60 кеше депутат итеп һайланды, башҡалары ла идара итеү командаларына әүҙем инә.

Йәштәр менән осрашырға кәрәк

Йәштәр менән йыш осрашыу республика өсөн идара итеү класы хасил итергә тейешле. Башлыҡ билдәләүенсә, ул үҙе йәштәр менән аҙна һайын тиерлек осраша, шул иҫәптән – “Патриот” паркында һәм йыйылғандарҙан да шуны уҡ көтә.

Контрэлиталар

Башлыҡ билдәләгәнсә, һәр төбәктә лә контрэлита бар.  Башҡортостанда улар – халыҡ исеменән үҙ шарттарын тағырға маташҡан милләтселәр, шулай уҡ  Мортаза Рәхимов заманында юғары вазифа биләгән һәм бөгөн федераль власть вертикале менән килешмәгән кешеләр.

Башкиравтодор һәм Башспирт

Башлыҡ “Башкиравтодор” дәүләт предприятиеһын рейдерҙар баҫып алыуынан нисек ҡотҡарыуҙары тураһында һөйләне.  Прокуратура һәм ФСБ бик эшлекле ярҙам күрһәтте, тип билдәләне. “Башспирт” дәүләттеке булып ҡаласаҡ, сөнки хосусилаштырыу акциздарҙы юғалтыуға килтерәсәк. Ә был республика өсөн ҙур зыян.

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау

Һәйкәлде ремонтлау тураһындағы ҡарар белгестәр тәҡдиме менән ҡабул ителде, улар һәйкәлдең был хәлдә оҙаҡ торасағына ышанмай ине. Башлыҡ әйтеүенсә, был эшкә тотонмаҫҡа, киләсәккә ҡалдырырға ла теләгәйне, сөнки тәнҡит күп булыр тип күҙаллаған. Әммә һәйкәлдең күҙ алдында емерелеүе менән дә килешмәгән.

Инфраструктура: күперҙәр һәм юлдар

Республика көнөндә Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күпер сафҡа инәсәк. Оҙаҡламай Көньяҡҡа сығыу юлында “Мега” сауҙа үҙәгенә сығасаҡ күпер барлыҡҡа киләсәк. Был проекттар ҡалалағы хәрәкәтте бушатасаҡ.

Өфөнө төҙөкләндереү

Үҙәк урамдарҙы төҙөкләндереү уларҙың үткәреү һәләтен һәм күркәмлеген арттырҙы.  Яңыраҡ Өфөлә булған Эльвира Нәбиуллина был үҙгәрештәргә һоҡланды.  Өфөнөң яр буйында теремдар төҙөләсәк.

Өфөнөң яңы урамдарына – Геройҙар исемдәре

Урам исемдәрен үҙгәртеү мотлаҡ түгел, ҡаланың тарихи йөҙө аяҡҡа баҫырға тейеш.  Яңы геройҙарҙың исемдәрен яңы урамдарға бирергә була.  Иҫке исемдәрҙе кире ҡайтарыу ҙа һәйбәт булыр ине, ләкин халыҡҡа документтарҙы алмаштырыу проблемаһы тыуасаҡ.

Р. Кәлимуллин.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас