Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Октябрь 2025, 17:15

Татарстан менән хеҙмәттәшлек көсәйә

Бының илебеҙ үҫешенә лә йоғонтоһо ҙур буласаҡ.

Татарстан менән хеҙмәттәшлек көсәйәТатарстан менән хеҙмәттәшлек көсәйә
Татарстан менән хеҙмәттәшлек көсәйә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Татарстанда. Ул унда эшлекле һөйләшеүҙәрҙә, осрашыуҙарҙа ҡатнаша. Был турала ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙмаһы менән уртаҡлашты:

–  Радий Фәрит улы ҡушыуы буйынса бөгөн Татарстанда эшләйем. Күршеләребеҙҙең “Алабуға” айырым иҡтисади зонаһының инфраструктураһы һәм эшмәкәрлеге менән таныштым.

Бында алдынғы производство һәм белем биреү учреждениелары тупланған, улар Рәсәйҙең инновация потенциалында мөһим роль уйнай.

“Алабуға политех” белем биреү үҙәге лә ҙур тәьҫораттар ҡалдыра. Ул уҡытыуҙың уникаль дуаль программаһы буйынса юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләй.

Рәсәй автомобилдәрен етештереүсе AURUS заводын да ҡараным. Тағы ла бер мөһим предприятие “Соллерс Алабуга” Sollers Atlant популяр еңел һәм коммерция автомобилдәрен етештерә.

Проекттар күләмле һәм сифатлы үтәлеше менән ҙур тәьҫораттар ҡалдыра.

Коллегалар менән беҙҙең төбәктәрҙең инновацияһын һәм иҡтисадын үҫтереүгә булышлыҡ иткән артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында һөйләштек.

Рәсәй Федерацияһы субъекттары етәкселәренең, илебеҙ төбәктәре инновация ассоциациялары ағзаларының һәм федераль власть органдары вәкилдәренең кәңәшмәһендә ҡатнаштым. Бәләкәй технология компаниялары үҫеше тураһында һөйләштек, әлеге иҡтисади шарттарҙа улар осраған һорауҙарҙы ҡараныҡ.

Коллегаларыма һәм шәхсән Татарстан Рәйесе Рөстәм Миннехановҡа йылы итеп ҡабул итеүе һәм емешле эш өсөн рәхмәт белдерәм. Алда - яңы маҡсаттар һәм бурыстар. Беҙҙең хеҙмәттәшлек тотош илебеҙгә файҙа килтереренә ышанам.

Фото: Андрей Назаровтың сәхифәһенән.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас