Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Октябрь 2025, 14:25

Радий Хәбиров Тажикстанда мәҙәни объекттарҙы барып ҡараны

8 октябрҙә Дүшәнбелә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Кохи Навруз” һарайын һәм Милли музейҙы барып күрҙе.

Радий Хәбиров Тажикстанда мәҙәни объекттарҙы барып ҡараныРадий Хәбиров Тажикстанда мәҙәни объекттарҙы барып ҡараны
Радий Хәбиров Тажикстанда мәҙәни объекттарҙы барып ҡараны

Радий Хәбиров Тажикстанда мәҙәни объекттарҙы барып ҡараны

8 октябрҙә Дүшәнбелә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Кохи Навруз” һарайын һәм Милли музейҙы барып күрҙе.

“Кохи Навруз” һарайы 2014 йылда асылған, ул Тажикстанда ял итеү өсөн иң популяр урын. 40 мең квадрат метр майҙанлы комплексты милли архитектура ысулы буйынса төҙөгәндәр, донъяла ундай башҡа юҡ. Һарайҙа 12 зал бар, улар тажик халҡының халыҡ кәсептәре әйберҙәре менән биҙәлгән.  2019 йылда “Кохи Науруз" Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының һигеҙ заман мөғжизәләренең береһе тип таныла.

Музей үҙ эшмәкәрлеген 1934 йылда 530 экспонаттан торған ҙур булмаған коллекциянан башлай. 2011 йылда учреждение Милли музей статусын ала. 2013 йылдың мартынан ул 15 мең квадрат метр майҙанлы яңы бинаға урынлаша. Ул 22 күргәҙмә залын, экспонаттарҙы реставрациялау һәм консервациялау өсөн лабораторияны, фонд һаҡлағыстарын үҙ эсенә ала. Экспозициялар Тажикстандың тәбиғәт төрлөлөгөн, боронғонан хәҙерге заманға тиклемге тарихи осорҙарҙы, шулай уҡ ҡулланма һәм һынлы сәнғәтен күрһәтә.

Башҡортостан Башлығы туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн Дүшәнбенең иҫтәлекле урындарының мөһим ролен билдәләне.

 -Республикабыҙ халҡы өсөн ниндәй ҙә булһа илде асабыҙ икән, был уның мәҙәниәте, тарихы һәм фәне менән танышыуҙы күҙ уңында тота. Шуға күрә, әлбиттә, Милли музейҙы ҡарарға теләнек, – тип һөйләне Радий Хәбиров. – Бөгөнгө Тажикстан - матур архитектуралы тыныс һәм тотороҡло төбәк. Тарихы һәм мәҙәни мираҫы бик бай  - ил бөйөк Саманидтар цивилизацияһы вариҫтары менән ғорурлана. Бында этник, медицина, тау, экология һәм гастрономия туризмы яҡшы үҫешкән. Яҡын арала Тажикстанға туристарыбыҙҙың килеүе өсөн уңайлы шарттар булдырырбыҙ, тип ышанам.

Мәғлүмәт: https://glavarb.ru/ru/news/event/radiy-habirov-posetil-kulturnye-obekty-tadzhikistana-82694/

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас