

Башҡортостаныбыҙ матур ҡаҙаныштары һәм уңыштары менән үҙенең ҙур байрамын – Республика көнөн билдәләй. Ләкин шул саҡта ла оппозиция һәм һары баҫмалар тын ҡалырға теләмәй, киреһенсә, тағы ла нығыраҡ әүҙемләшеп ялған тарата. Был аҙнала ниндәй алдаҡтар фашланды? Был эште һәр ваҡыттағыса “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы башҡара.
Аҙна башында ҡайһы бер дәүләт һәм муниципаль учреждениеларға Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле исеменән ялған хаттар таратылды. Унда кәңәшмәлә “хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға мораль баҫым” тикшерелеүе, уларҙы хәрби контракттарға ҡул ҡуйырға мәжбүр итеүҙәре һәм артабан махсус хәрби операция биләмәһенә хеҙмәткә ебәреүҙәре тураһында әйтелә. Был хат – ялған.
Башҡортостанда кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Михаил Заколмалдин был документтың ялған булыуын раҫлаған. Хат ғәмәлдән сығарылған бланкта яҙылған, унда сит кешенең ялған ҡултамғаһы бар һәм раҫланмаған номер аҫтында теркәлгән. Был хатты республикалағы кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең рәсми сайтынан ебәрмәгәндәр: ул “ombudsmanrb” яҙыуҙың төрлө варианттарын ҡулланған электрон адрестарҙан килә, ә ебәреүсе булып Benjamin Dickinson тора. Хат шулай уҡ “йәмәғәт ярҙамсыларына” тикшереүҙәр үткәреү тураһында йөкләмә менән оҙатыла — бындай инструкциялар ҙа Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил аппаратынан сыҡмаған.
Шикле адрестарҙан килгән документтарға ышанмағыҙ, бланктарға, ебәреүсенең номерҙарына һәм адресына иғтибар итегеҙ.
Йәмәғәтсе Альберт Рәхмәтуллин Өфөлә бала ултырған коляскалы ҡатындың йәйәүлеләр үткәүеле емерелеү сәбәпле трамвай юлдарында ҡыҫылып ҡалыуы тураһында ялған яҙған. Әлбиттә, был фотоһүрәт властарҙың бөтөнләй эшләмәүендә ғәйепләү менән оҙатыла. Ләкин, фотола күрһәтелгән урын Ижевск ҡалаһында, Карл Либкнехт һәм Орджоникидзе урамдары сатында урынлашҡан. Фотоның Өфөгә бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ.
“Футляра для курая” телеграм-каналы админы Эдуард Мамашев Башҡортостан Башлығының сәфәрҙәрен күҙәтеүен дауам итә. Был юлы ул Радий Хәбировтың Душанбела булыуына бәйләнә. Уныңса, Радий Фәрит улы был ҡалаға рәсми делегация иҫәбендә түгел, ә үҙ теләге менән килгән. Йәнәһе, рәсми состав исемлегендә уның фамилияһы юҡ.
Әммә, Хөкүмәттәге сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, рәсми Президент делегацияһы составында Роскомнадзор башлығы ла, Роскадастр башлығы ла, федераль ведомстволар һәм дипломаттар етәкселәре лә, шул иҫәптән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та эшләй. Ни бары ҡайһы бер мәғлүмәт хәбәрҙәре, йыш ҡына делегацияның бөтә ҡатнашыусыларының тулы составын яҙмай.
“Пруфы” баҫмаһы ЛДПР партияһы лидеры, депутат Леонид Слуцкийҙың БДИ-ны йөҙ балға яҙған йәки бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәрен әҙерләгән уҡытыусылар өсөн берҙәм федераль түләүҙәр системаһын булдырыу тураһындағы башланғысынан өҙөмтәләр килтерелә. Сәйәсмән һүҙҙәренсә, система педагогтарға, төбәккә ҡарамай, бер төрлө түләү гарантияларға тейеш.
Был Слуцкийҙың мәғариф реформаһы буйынса тәҡдиме генә. Әммә оппозиция баҫмаларына республикабыҙҙы кире яҡтан күрһәтер өсөн сәбәп булараҡ етә ҡала. Улар раҫлауынса, Башҡортостанда уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 45,8 мең һум самаһы тәшкил итә. Әммә БР Мәғариф министрлығының оператив мәғлүмәттәренә ярашлы, 2025 йылдың ғинуар–июнь айҙарында дөйөм белем биреү педагогтарының уртаса эш хаҡы — 54 490,4 һум, ә уҡытыусыларҙың 54 626,0 һум тәшкил иткән.
Эйе, ысынлап та, республикала БДИ-ла 100 балл алған уҡытыусылар 50 мең һум күләмендә бүләк ала. Ләкин шуны билдәләп үтәйек: Башҡортостандан айырмалы рәүештә, күп кенә төбәктәрҙә бындай түләүҙәр бөтөнләй юҡ, һәм яҡшы эшләгән уҡытыусыларға рәхмәт кенә белдерәләр. Бынан тыш, республикала имтиханды йөҙ балға яҙған уҡыусылар Өфө юғары уҡыу йортона инһә, 150 мең һум аҡса ала.
Был аҙнала Өфөлә ҡот осҡос ваҡиға булды – ир өс йәшлек ҡыҙын тәҙрәнән ырғытты. Ҡыҙға операция яһағандар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ул бик ауыр хәлдә. Һәм был ваҡиға Украина яҡлы дошман ресурстары өсөн провокациялар өсөн сәбәп була, улар ғәйепле тураһында төрлө версиялар индерә. Мәҫәлән, Рәсәйгә ҡаршы сығанаҡтарҙың береһендә ғәйепләнеүсене МХО ветераны тип уйлап сығаралар. Ә милләт-ара ыҙғыш ҡуҙғатыу өсөн булдырылған икенсе канал, вайымһыҙ атай "мосолман ҡиәфәтле субъект"тип белдерә. Ысынбарлыҡта ике фараз да дөрөҫ түгел.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ мәғлүмәттәре буйынса, ғәйепләнеүсе МХО-ла ҡатнашмаған, мигрант түгел һәм электрик булып эшләй. Күренеүенсә, дошмандар һәр төрлө резонанслы осраҡтарҙы милләт-ара ыҙғыш ҡуҙғатыу йәки МХО-ны дискредитациялау өсөн ҡуллана.