

14 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан власы органдары етәкселегенә һәм федераль язаларҙы үтәү хеҙмәтенең республика буйынса идаралығының шәхси составына яңы тәғәйенләнгән ведомство начальнигы, эске хеҙмәт полковнигы Сергей Кудрявцевты тәҡдим иттеләр. Тейешле указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Рәсәй УФСИН директоры, эске хеҙмәт генералы Аркадий Гостев видеоэлемтә режимында Сергей Кудрявцев алдында торған бурыстарҙы билдәләне, шулай уҡ ведомство эшенә булышлыҡ иткәне өсөн Башҡортостанға рәхмәт белдерҙе.
– Иректән мәхрүм ителгәндәргә ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген күҙ уңында тотҡан документтар, программа продукттары ҡабул иткән өсөн рәхмәт белдерәм.
Был бик мөһим, һәм кешеләр быны күрә. Берлектәге тырышлыҡ һәм емешле хеҙмәттәшлек беҙгә бергәләп ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирер, тип ышанам, – тине Аркадий Гостев.
Рәсәй УФСИН директоры билдәләүенсә, республиканың пенитенциар учреждениеларында ҡеүәтле етештереү секторы эшләй, унда 500-ҙән ашыу төр металл һәм ағас эшкәртеү, ҡойоу производствоһы, еңел сәнәғәт, ауыл хужалығы, мебель, аҙыҡ-түлек етештерелә. Төҙәтмә учреждениелары ҡеүәттәрен рациональ файҙаланыуҙың мөһимлеге төрлө тәғәйенләнештәге тауарҙар һәм хеҙмәттәр етештереү буйынса заказдарҙы киңәйтеү өсөн атәүшарттар булдыра.
Башҡортостан Башлығы, үҙ сиратында, федераль яза башҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә юғары профессионализм һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Һеҙ бик мөһим дәүләт мәсьәләһен хәл итәһегеҙ. Уларҙы йәмғиәткә социаль яуаплы граждандар булараҡ ҡайтарыу өсөн законды боҙған кешеләр менән эшләйһегеҙ. Һис шикһеҙ, бындай эшмәкәрлек айырым мөнәсәбәт, фиҙакәрлек, сыҙамлыҡ һәм сабырлыҡ талап итә, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Сергей Кудрявцевты тәғәйенләнеше менән ҡотланы һәм хеҙмәттә уңыштар теләне.
– Юғары компетенциялар, бай профессиональ һәм идара итеү тәжрибәһе арҡаһында һеҙ алдығыҙға ҡуйылған бурыстарҙы сифатлы һәм һөҙөмтәле хәл итеүҙе тәьмин итерһегеҙ тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.
Сергей кудрявцев УФСИН етәкселегенә күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ведомство алдында торған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бар көсөн һаласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Төбәк власы органдары менән артабан да уңышлы үҙ-ара эш итеүгә ышанам, – тине Сергей Кудрявцев.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.