Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Октябрь 2025, 16:55

Ни өсөн мәктәптәр һәм балалар баҡсалары кәмей?

Бының аныҡ сәбәптәре бар! Ә оппозиция баҫмалары яҙған алдаҡ түгел. Был аҙнала ниндәй ялғандар фашланыуы - яҙмала. 

Ни өсөн мәктәптәр һәм балалар баҡсалары кәмей?Ни өсөн мәктәптәр һәм балалар баҡсалары кәмей?
Ни өсөн мәктәптәр һәм балалар баҡсалары кәмей?

Оппозиция баҫмаларының яратҡан темаларының береһе –мобилизация. Боронғо, әммә һаналған тактика – Башҡортостан халҡын мобилизация темаһы менән ҡурҡытыуға сираттағы тапҡыр “Пруфы” баҫмаһы тотондо. Ошо көндәрҙә сайтта “аналитика” тигән булып “Йәнә мобилизация? Ни өсөн Оборона министрлығы резервистарҙы йәлеп итергә булған?” тип аталған провокациялы статья баҫылды. Уларҙы “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы фашланы.

Уның авторҙары, бер ниндәй ҙә дәлиле булмаһа ла, республика халҡының фекерен үҙҙәренең ялған раҫлауҙары менән алмаштыра, уларға “көҙгө мобилизацияға әҙерлек” тураһында фекерҙе йөкмәтә. Был технология таныш: мобилизация тураһында ялған имеш-мимештәр таратыу дошман пропагандаһының төп темаларының береһе. Тимәк, баҫма ла ЦИПСО йоғонтоһо агенты булараҡ эшләй булып сығамы? Сөнки бындай темаларҙы ҡуйыртып, илебеҙгә ҡаршы мәғлүмәт-психологик операцияларҙа әүҙем ҡатнаша.

“Пруфы” был аҙнала тағы ла яратҡан темаларының береһе – мәғариф системаһына ҡағылды. “Иҡтисадсылары” Рөстәм Шәйәхмәтов менән бергә мәғариф буйынса традицион илау ойошторҙолар. 14 йыл эсендә уҡытыусылар кәмегән, ә бында, әлбиттә, түбән эш хаҡы менән власть ғәйепле, тип яҙалар. Һәр ваҡыттағыса, Башҡортостан кире йүнәлештә күрһәтелә.

Уҡытыусылар етешмәүе сер түгел. Әммә был бөтә Рәсәй буйынса дөйөм тенденция. Быға эш хаҡы кимәле генә түгел, ә ҡатмарлы, яуаплы эш, шулай уҡ һөнәрҙең түбән абруйы ла йоғонто яһай. Был темаға күптән түгел “Медиакорсеть” баҫмаһының мәҡәләһе арналды, унда демограф Яна Скрябинаның эксперт фекере килтерелә.

"Бөгөнгө уҡытыусылар етешмәү – ул кадрҙар ғына түгел, демографик проблема ла. Рәсәйҙә тыуым һуңғы егерме йылда кәмей, – тип билдәләй эксперт. – Балалар аҙыраҡ – мәктәптәр аҙыраҡ һәм уҡытыусыларға ихтыяж да аҙыраҡ. Был тәбиғи процесс Башҡортостанға ғына түгел, Волга буйы округына ла ҡағылды".

Шулай уҡ , уның һүҙҙәренсә, уҡытыусылар һанының кәмеүе халыҡтың йәш структураһындағы үҙгәрештәр менән туранан-тура бәйле. Күренеүенсә, проблема кадрҙарҙың ҡартайыуы һәм йәштәрҙең етешмәүе менән бәйле. Шул уҡ ваҡытта республикала ярҙам саралары: “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы, гранттар, йәш белгестәргә өҫтәмәләр һәм 200 мең һумға тиклем премиялар менән конкурстар ғәмәлдә. Шулай булғас, баҫмаларға һәм ҡайһы бер иҡтисадсыларға, тәүҙә мәсьәләне өйрәнергә кәңәш итәбеҙ.

Әйткәндәй, үткән аҙнала улар мәктәптәр менән генә сикләнмәне, балалар баҡсаларына ла барып етте. Баҫма хәбәр итеүенсә, Хәбиров осоронда Башҡортостанда 80 балалар баҡсаһы ябылған, уларҙың күбеһе — ауылда.

Эйе, төбәктә мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары һаны ысынлап та кәмегән. Сәбәбе ябай: тәрбиәләнеүселәр һаны дүрттән бер өлөшкә кәмегән. Алты йыл эсендә республикала ете йәшкә тиклемге балаларҙың дөйөм һаны 26,7 процентҡа төшкән. Был демография мәсьәләһе. Тыуым ҡалаларға ҡарағанда ауылда тиҙерәк кәмей. Был шулай уҡ урбанизация тенденцияһы менән бәйле: йәштәр ҡалаларға күсә.

Икенсе мәл. Ауыл баҡсалары ябыла, сөнки 2000 йылдарҙан алып килгән “ҡулайлаштырыу”сәйәсәте бар. Баҡсалар ҙурая – ике баҡса бер юридик адресҡа берләшә, урындарҙы һаҡлап ҡалыу менән административ сығымдар ҡулайлаштырыла.

Яңы балалар баҡсалары йыш ҡына күберәк балалар өсөн тәғәйенләнгән, был мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы бер нисә аҙ комплектлы һәм аҙ йыһазландырылған учреждениеларҙан яңыһына күсерергә мөмкинлек бирә. Ҡыҫҡаһы, был яңы шарттарға яраҡлашыу.

Ҡайһы бер телеграм-каналдарҙа хакерҙарҙың МАХ мессенджеры базаһын баҫып алыуы һәм ҡулланыусыларҙың хәүеф аҫтында булыуы тураһында хәбәр таралдф. Тәүҙә имеш-мимеште “Бэкдор” телеграм-каналы тарата, шунан һуң уны Башҡортостанға махсуслашҡан украина яҡлы аноним каналдар эләктереп ала. Әммә MAX ҡулланыусыларының мәғлүмәттәрен йыйыу тураһындағы хәбәр – ялған

"Беренсенән, тәүге сығанаҡ шик тыуҙыра: мәғлүмәт Darkforums форумында Тitusko25357 ҡулланыусыһынан барлыҡҡа килә, ә һуңынан шунда уҡ “Бэкдор” һәм шуға оҡшаш каналдар тарафынан тикшерелмәйенсә таратыла башлай. Икенсенән, “баҫып алыу” тураһындағы легенда МАХ-тың ҡулға алынған мутлашыусылар тураһындағы һуңғы матбуғат формаһына яраҡлаштырылған классик алым, ул ялғанға ышаныслылыҡ күренешен биреү өсөн ҡулланыла, тип яҙа, “Война с фейками” телеграм-каналы.  

Һәм, иң мөһиме, ялған авторҙары төп фактты иғтибарһыҙ ҡалдыра: MAX мессенджеры бер ҡасан да Salesforce хеҙмәттәренән файҙаланмай, йәғни төп техник аргумент факттарҙы тикшереүҙе күтәрә алмай. Titusko25357 ҡулланыусыһына был шунда уҡ комментарийҙарҙа күрһәтелә, әммә шуға ҡарамаҫтан, “Бэкдор” сағыу башлы яңылығын сығара һала.

“Бэкдор” резонанс темаларҙа махсуслаша, канал яҙмаларын башҡа телеграм-майҙансыҡтар әүҙем үҙләштерә, был фейктарҙың таралыуын мөмкин тиклем күберәк арттырырға мөмкинлек бирә. Был канал маҡсатлы рәүештә паника кәйефен тыуҙыра. Ошондай уҡ ысулдар менән украин ЦИПСО-һы ла эшләй. Тикшерелмәгән юҡ-бар мәғлүмәтте башҡаларға ебәрмәгеҙ — ойоштороусыларға тик ошо кәрәк. Рәсми белдереүҙәргә һәм тикшерелгән сығанаҡтарға ғына ышанығыҙ.

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас