Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Октябрь 2025, 09:25

Радий Хәбиров тура бәйләнеш буласағын иғлан итте

Тура бәйләнеш 11 ноябрҙә 19 сәғәттә башлана. Ҡағиҙә булараҡ, ул дүрт сәғәт дауам итә, тине Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров тура бәйләнеш буласағын иғлан иттеРадий Хәбиров тура бәйләнеш буласағын иғлан итте
Радий Хәбиров тура бәйләнеш буласағын иғлан итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә традицион рәүештә үтәсәк тура бәйләнеш тураһында иғлан итте. Журналистар һәм республика халҡы тура эфирҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә төбәк етәксеһенә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә ала.

Тура бәйләнеш 11 ноябрҙә 19 сәғәттә башлана. Ҡағиҙә булараҡ, ул дүрт сәғәт дауам итә, тине Башҡортостан Башлығы.

Былтыр Радий Хәбиров 65 ҡатмарлы һорауға 65 ғәҙел яуап бирҙе. Быйыл да һорауҙар күп булыр тип көтөлә. Трансляция БЮТ, “Рәсәй 24”, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа” “Сәләм”, UTV телеканалдарында һәм “Юлдаш” радиостанцияһында, шулай уҡ “Бәйләнештә” һәм “Одноклассники” социаль селтәрҙәрендә тура эфирҙа барҙы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас