

5 ноябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙә суд приставтары институты ойошторолоуға 160 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты.
Сараны Ил Президенты Владимир Путиндың ҡотлауы асты.
– Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Суд приставтары көнө менән ҡотлайым. Рәсәй дәүләте, йәмғиәт һәм илебеҙҙең барлыҡ граждандары мәнфәғәтендә һөҙөмтәле, яуаплы эшләгән өсөн рәхмәт белдерәм. Суд приставтарына бирелгән киң вәкәләттәр һәм гарантиялар, тупланған тәжрибә суд акттарын ҡәтғи, шартһыҙ үтәүгә өлгәшергә, тәфтиш үткәрергә һәм законды боҙған кешеләрҙе эҙләүҙә ҡатнашырға, бөтә кимәлдәге бюджеттарҙы тулыландырыуға тос өлөш индерергә, айырым яҡлауға һәм ярҙамға мохтаж граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡларға мөмкинлек бирә, – тип билдәләне Рәсәй Президенты.
Башҡортостан Башлығы үҙенең сығышында суд приставтарының дәүләт ғәҙеллек системаһының айырылғыһыҙ өлөшө булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Был юбилей – хеҙмәтегеҙҙең лайыҡлы юлын баһаларға, хоҡуҡи дәүләт нигеҙҙәрен нығытыу өсөн уның айырым әһәмиәтен һәм ихтыяжын һыҙыҡ өҫтөнә алырға мөмкинлек биргән мөһим сик, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн һеҙһеҙ суд ҡарарҙарын үтәүҙең, законлылыҡты контролдә тотоуҙың, граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙың һөҙөмтәле механизмын күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Шуны билдәләп үтәйек, 2025 йылдың тәүге ярты йыллығында республиканың суд приставтары 11 миллиард һум самаһы түләткән, шуның 1 миллиард һумдан ашыуы – төбәк бюджетына. Хеҙмәт тырышлығы менән миграция ҡануниәтен боҙған 260-ҡа яҡын сит ил кешеһен һәм гражданлығы булмаған кешеләрҙе мәжбүри рәүештә илдән ҡыуып сығаралар.
– Республиканың суд приставтары күп йүнәлештәр буйынса байтаҡ эш башҡара – хоҡуҡ ҡулланыу һәм түләтеү сараларын тормошҡа ашырыу, суд ҡарарҙарын үтәүҙең ҡотолғоһоҙ булыуын тәьмин итеү, коррупцияға ҡаршы көрәш, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Быйыл енәйәттәрҙән, эш хаҡы буйынса бурыстарҙан, алимент түләүҙәренән зыянды тейешле кимәлдә түләтеү тәьмин ителгән.
Башҡортостан Башлығы суд приставтарына намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Хеҙмәт ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәре. Заманса суд приставтары институтын булдырыуҙың башланғысында торғандарға. Һеҙ һалған һөнәри традицияларҙы йәш хеҙмәткәрҙәр лайыҡлы дауам итә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Республиканың суд приставтары артабан да үҙ эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыр, граждандарҙың дәүләткә һәм суд системаһына ышанысын нығытыр, тип ышанам.
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе - баш суд приставы Илнур Мәхмүтов республика етәкселегенә үҙ-ара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Тиҫтәләгән йылдар дауамында хеҙмәт тарихында яуаплы, принципиаль, ҡатмарлы хәлдәрҙә эшләгән һәм етди ҡарарҙар ҡабул итә белгән кешеләр тора. Беҙҙең хеҙмәт һәр ваҡыт күренмәй, әммә уның һөҙөмтәһен меңәрләгән кеше тоя. Ошоноң менән хеҙмәтебеҙ кәрәкле, – тине Илнур Мәхмүтов.
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Баш идаралығы коллективын Рәсәйҙә суд приставтары институтына нигеҙ һалыныуға 160 йыл тулыу айҡанлы республика буйынса Баш федераль инспектор Александр Окатьев, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡотланы.
Фото: glavarb.ru.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!