Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Ноябрь 2025, 15:30

Күпер ике төбәк өсөн дә бик кәрәк

Радий Хәбировтың тура бәйләнешенән һуң туҡтап ҡалған эштәр тергеҙелә. 

Күпер ике төбәк өсөн дә бик кәрәк
Күпер ике төбәк өсөн дә бик кәрәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ менән туранан-тура аралашыуы, уларҙың һорауҙарына яуап биреүе матур йолаға әйләнде. Ғәҙәттә, тура бәйләнеш дүрт сәғәт самаһы бара һәм ошо ваҡытта Радий Фәрит улы 50-60 һорауға яуап биреп өлгөрә. Ә бит әҙерлек барышында уға меңәрләгән һорау килә һәм уларҙың бөтәһен дә эфирға сығырау мөмкин түгел, ләкин улар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай. Барыһы ла йыйыла һәм Башлыҡтың күрһәтмәһе буйынса урындарҙа хәл ителә.

Мәҫәлән, 2023 йылғы тура бәйләнеш ваҡытында Радий Хәбировҡа Хәйбулла районы кешеләре мөрәжәғәт итте. Уларҙы бик мөһим мәсьәлә – Хәйбулла районы менән Ырымбур өлкәһен бәйләгән Таналыҡ йылғаһы аша күперҙең хәле борсой ине. 2022 йылда күперҙе емерелә башлауы арҡаһында капиталь ремонтҡа ябалар. Ләкин тикшереү ваҡытында яңы емереклектәр һәм етешһеҙлектәр асыҡлана. Был сметаны үҙгәртеүгә килтерә һәм күберәк сығымдар талап итә. Һөҙөмтәлә капиталь ремонт эштәре туҡталып ҡала.

Был күпер ике төбәк халҡы өсөн дә бик мөһим. Уның аша транспорт йөрөй, туғандар күрешә һәм башҡалар. Мәмбәт һәм Сәғит ауылдары аша урау юл һалынһа ла, ул юл талаптарына тура килмәй. Шуға күрә Хәйбулла районы кешеләре Башҡортостан Башлығынан ике төбәк өсөн дә кәрәкле федераль әһәмиәттәге күперҙе һәм юлды тергеҙеүҙе һорай.

Әлбиттә, күпер төҙөлөшө - күп сығымдар һәм ваҡыт талап иткән эш. Ләкин тотош район һәм төбәктәр өсөн мөһим күперҙе капиталь ремонтлау кәрәгерәк була. Тура бәйләнештән һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса эште яңырталар. Тәү сиратта тиҙ арала яңы смета төҙөлә һәм эштәр күләме билдәләнә.

Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Фидан Зөфәр улы Хәкимов әйтеүенсә, шул саҡтан әүҙем эш башлана һәм, ниһайәт, 2025 йылдың ноябрь уртаһында күперҙе тапшырасаҡтар.

– Күперҙең оҙонлоғо 131 метр, 5 ноябргә ҡарата бөтә эштәр ҙә тамамланған тиерлек. Подрядсылар ноябрь уртаһында күперҙе тапшырырға вәғәҙә итә. Әле тамғалар һыҙырға һәм шуның ише ваҡ эштәр генә ҡалған. Бынан тыш, быйыл өҫтәмә рәүештә һигеҙ километр юлға асфальт түшәлде – был Аҡъяр яғынан күпергә тиклем һәм күперҙән һуң Ырымбур өлкәһе менән сиккә тиклемге участкалар, – тине ул.

Фидан Зөфәр улы әйтеүенсә, 2022 йылда эш башлана, тик уны һүтә башлағас, яңы дефекттар асыҡлана һәм документтарҙы киренән эшләй башлайҙар. Яңынан конкурс иғлан итергә кәрәк була. Был ваҡытта эштәр туҡталып ҡала. 2023 йыл аҙағында халыҡ Радий Фәрит улына мөрәжәғәт иткәндән һуң, 2024 йылда эштәр тергеҙелә. Тиҙ генә яңынан смета эшләйҙәр, аҡса табалар һәм ремонт эштәрен башлайҙар.

– Был күпер урындағы халыҡ өсөн бик мөһим. Ул ике төбәкте бәйләй, шулай уҡ Ҡаҙағстанға транзит юлы ла ошонан үтә. Әле район кешеләре түҙемһеҙлек менән күперҙең асылыуын көтә һәм республика етәксеһенә ҙур рәхмәтен белдерә, – тине ул.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Күпер ике төбәк өсөн дә бик кәрәк
Күпер ике төбәк өсөн дә бик кәрәк
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас