Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Ноябрь 2025, 14:45

Радий Хәбиров эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы

10 ноябрҙә Өфөлә Рәсәйҙең эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Радий Хәбиров эске эштәр органдары  хеҙмәткәрҙәрен ҡотланыРадий Хәбиров эске эштәр органдары  хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы
Радий Хәбиров эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

10 ноябрҙә Өфөлә Рәсәйҙең эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе личный составты Эске эштәр министрлығы ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

- Башҡортостанда йәшәүселәр исеменән һеҙгә ябай булмаған һәм яуаплы хеҙмәтегеҙ, тоғролоҡ, бурыс һәм ант өсөн ысын күңелдән рәхмәт әйтәм. Һеҙҙең күбегеҙ әле, үҙҙәренең байрамында, поста, хоҡуҡ тәртибен һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итә, - тине Радий Хәбиров. – Хеҙмәттәштәрегеҙ махсус хәрби операция биләмәһендә ҡәтғи рәүештә һәм ҡаһарман эш итә, провокацияларҙы һәм диверсияларҙы кисектерә, Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәмәғәт именлеген тәьмин итә.

Төбәк етәксеһе республиканың эске эштәр хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеүен, ведомствоның матди-техник базаһын нығытыуҙы  дауам итеүен белдерҙе.

Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Александр Воронежский личный состав исеменән төбәктең идара итеү командаһына үҙ-ара эшмәкәрлек өсөн рәхмәт әйтте.

- Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа полицияның һөҙөмтәле эше туранан-тура бәйле булған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һәр йәһәттән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәм, - тине Александр Воронежский. – Артабан да үҙ-ара ярҙамға һәм хөрмәт итеүгә нигеҙләнгән көс менән төбәгебеҙҙә йәшәүселәр именлеген тулыһынса тәьмин итә аласаҡбыҙ.

Сарала ҡатнашыусылар хеҙмәт бурысын үтәгәндә ғүмерен биргән эске эштәр хеҙмәткәрҙәренең яҡты иҫтәлеген бер минутҡа тын ҡалып хәтергә алды.

Тантаналы сарала шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре һәм Эске эштәр министрлығы ветерандары сығыш яһаны. Улар полиция хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм хеҙмәттәрендә уңыштар теләне.

Сығанаҡ, фотолар: БР Башлығы сайты.

Радий Хәбиров эске эштәр органдары  хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы
Радий Хәбиров эске эштәр органдары  хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы
Радий Хәбиров эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас