

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа тура бәйләнеш барышында килгән һорауҙар йәшәйешебеҙҙең төрлө тармаҡтарына ҡағылды. Юл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәҙәниәт, мәғарифтан тыш сәйәси һорауҙар ҙа байтаҡ ине. Мәҫәлән, Радий Фәрит улына йәмғиәттә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровтың отставкаға китеүе һәм башҡа ошондай ялған мәғлүмәттәр тураһындағы имеш-мимештәргә аңлатма бирергә тура килде.
– Был инде ниндәйҙер милли йола, кемделер һәр ваҡыт оҙаталар: йә — мине, йә — башҡа етәкселәрҙе. Был ғәҙәти политтехнологик процесс, ул йәмғиәтте тотороҡһоҙландырыуға йүнәлтелгән. Андрей Геннадьевич – командабыҙҙың бик һөҙөмтәле ағзаларының береһе, үҙаллы фекерләүсе, билдәле бер автономиялы кеше. Беҙ уның менән шулай килештек тә. Мин һәр ваҡыт идара итеү командаһы ағзаларының билдәле бер азатлыҡ тойғоһо кисереүен теләнем, һәм улар ниндәйҙер кимәлдә үҙаллы булғанда күберәк эшләй. Минеңсә, беҙҙә автономия шарттарында киң бурыстар үтәлгәндә баланс булдырылған. Мин унан ҡатмарлы мәлдәрҙе йәки объекттарҙы, мәҫәлән, Өфө кампусын йәки “Башкиравтодор”ҙы алырға һорайым. Кеше эшләй, һәм миңә барыһы ла оҡшай, — тип үҙ позицияһын билдәләне төбәк Башлығы.
Фото: А. Назаровтың телеграмы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!