

Башҡортостанда ҡаһарман ир-аттар ғына түгел, шундай уҡ батыр йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙар ҙа йәшәй. Уларҙың береһе Эльвира Әхәтова Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнешендә Радий Фәрит улына мөрәжәғәт итеп, уға МХО-ға юлланыуҙа ярҙам итеүен һораны. Ҡатын һөнәре буйынса хирургия шәфҡәт туташы һәм Тыуған иленә алғы һыҙыҡта хеҙмәт итергә әҙер.
Радий Хәбиров бер аҙ уйланғандан һуң, фронтта ир-егеттәр, ә ҡатын-ҡыҙҙар тылда хеҙмәт итергә тейеш, тип яуап бирҙе. Республика етәксеһе Эльвира Әхәтоваға “Аҡ тирмә” ирекмәндәр төркөмө сафына инергә тәҡдим итте.
Башҡортостан Башлығының яуабын “Аҡ тирмә” проекты координаторы Гүзәл Коваленко тулыландырҙы. Ул “Аҡ тирмә”гә инеү өсөн дәғүә итеүселәрҙең етди һайлап алыу үтеүе хаҡында һөйләне.
– Беҙ бөтәһен дә ала алмайбыҙ. Хәрби госпиталдә эшләү өсөн дәғүәсенең психологик, физик торошон, әхлаҡи тотороҡлолоғон ҡарарға кәрәк. Беҙгә ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт, Радий Фәрит улы. Беҙ бер йыл МХО-ла эшләйбеҙ һәм яугирҙәребеҙгә йылы бүләк итәбеҙ. Унда республиканан ғына түгел, ә бөтә илдән яугирҙәр бар. Әле бөтәһе 186 ҡыҙ эшләп ҡайтты. Уларҙың яртыһы — МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм әсәләре, – тине Гүзәл Коваленко.
Фото: "Башинформ".
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!