

Әлеге ваҡытта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнеш башланып тора. Тура эфирҙа Радий Хәбиров журналистарҙың, активистарҙың, йәмәғәтселәрҙең, блогерҙарҙың, шулай уҡ республика халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк. Сарала алдынғы федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары журналистары ҡатнаша. Быға тиклем үткән тура эфирҙарҙан сығып фекер йөрөтһәң, быйылғыһы ла кәм тигәндә дүрт сәғәт барырға тейеш.
Тура бәйләнеште Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Рәсәй 24”, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа”, “Сәләм”, UTV телеканалдарында, шулай уҡ “Юлдаш” радиостанцияһында һәм Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең социаль селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин.
Быйылғы тура бәйләнеште “Башинформ” агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов менән “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Денис Ғәниев алып бара.
Һөйләшеү башланыр алдынан Радий Хәбиров киләһе йылға фараздар буйынса ваҡиғаларҙың насар үҫешен күҙалларға нигеҙ юҡ, тине. Төбәктә иҡтисад күрһәткестәре тотороҡло.
"Был үтә ҡатмарлы шарттарҙағы макроиҡтисади күрһәткестәр беҙгә аяҡта ныҡ торорға мөмкинлек бирә", – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ ул төбәктең социаль йөкләмәләрҙе үтәү өсөн бөтә мөмкинлектәре барлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Барыһы ла яҡшы буласаҡ. Күп эшләйәсәкбеҙ", - тине Башҡортостан Башлығы.
Әңгәмәне башлап, Радий Хәбиров Тура бәйләнеш “халыҡтың сәләмәтлеген тойоу" өсөн яҡшы ҡорал, тип билдәләне.
Башҡортостан Башлығы төп һорауҙарҙың яҡынса ниндәй буласағын аңлауын әйтте. 4,5 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Уларҙың бер нисә тиҫтәһенә төбәк етәксеһе эфир барышында яуап бирәсәк, ҡалғандары ла иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Мәҫәлән, 2024 йылда Тура бәйләнеш эҙҙәре буйынса бер аҙна эсендә 600-гә яҡын мәсьәлә хәл ителгән.
Фото: "Башинформ".
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!