Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Ноябрь 2025, 17:46

Башлыҡ Әбйәлил районындағы геологик разведкалау тураһында фекерен әйтте

Республика етәксеһе билдәләүенсә, компания районды үҫтереүгә 100 миллион һумдан ашыу аҡса һалған да инде.

Башлыҡ Әбйәлил районындағы геологик разведкалау тураһында фекерен әйттеБашлыҡ Әбйәлил районындағы геологик разведкалау тураһында фекерен әйтте
Башлыҡ Әбйәлил районындағы геологик разведкалау тураһында фекерен әйтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең Тура бәйләнеше барышында Әбйәлил районында баҡыр ятҡылығын геологик разведкалау республика властарының тулы контроле аҫтында бара тип белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бирелгән федераль лицензияға ярашлы эштәрҙе “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара.

– Улар закон менән билдәләнгән тәртиптә геологик разведкаға лицензия алды һәм әле уны үткәрәләр. Әлбиттә, был йәһәттән кешеләрҙең бөтә аңлайышлы кисерештәрен яйға һалырға тырыштыҡ һәм халыҡты республикалағы хәлде тотороҡһоҙландырыу бурысы ҡуйылған дошман көстәренән һаҡланыҡ. Был – һәр экологик проблеманы сәйәси йүнәлешкә күсереү өсөн эшләнгән методика. Шуға күрә бында билдәле бер тәүәккәллек кәрәк. Беҙ тәүҙә мәсьәләне үҙебеҙ аңланыҡ һәм кешеләргә радиоактив ятҡылыҡтарҙың, чума вирусының һәм башҡаларҙың юҡлығын аңлатып бирҙек. Был дәүләт хеҙмәткәрҙәренең, эксперттарҙың һәм политологтарҙың ҙур, профессиональ эше булды. Беҙ кешеләргә был ғәмәлдең бөтә ыңғай яҡтарын аңлатып, бөтә процесс беҙҙең контролдә буласаҡ һәм тәбиғәткә һәм тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәйәсәк, тип ышандырҙыҡ, – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, компания районды үҫтереүгә 100 миллион һумдан ашыу аҡса һалған да инде.

– Был, ысынбарлыҡта, һирәк осраҡ. Иртәгә мин „Рус баҡыр компанияһы“ менән ҙур һәм бик мөһим кәңәшмә үткәрәсәкмен, сөнки геологик разведка әкренләп тамамлана һәм киләһе этапта туранан-тура эшкәртеү планлаштырыла. Инвестор аңлы, аҡыллы. Был кешеләр Ниццала ниндәйҙер йөҙөм баҡсаларын һатып алмай, ә аҡсаһын Рәсәйгә һала, — тине Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас