

“Әр-Рәхим” мәсетендә быйыл башланған фасад эштәрен 2026 йылда тамамлау планлаштырыла. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тура бәйләнеш ваҡытында белдерҙе. Әлеге “тура бәйләнештәр” өсөн традицион һорауҙы быйыл политолог Тимур Вәлитов бирҙе һәм эштәр тамамлау ваҡыты тураһында һораны.
– Киләһе йылда йылытыуҙы һәм эске эштәрҙе башлау планлаштырыла. Ер буйынса ла һорауҙар бар, мәҫәлән, стилобаттың бер өлөшө федераль милектәге участка буйлап үтә. Минең вәкәләттәрем 2029 йылда тамамлана. Әлбиттә, мәсетте төҙөп бөтөргә теләйем. Әммә был шулай уҡ финанс мәсьәләһе. Шулай ҙа һайлау алдына ҡуйһалар: "беҙҙең яугирҙәргә дрондарға ай һайын бюджеттан тыш 48 миллион һум ебәрергәме йәки төҙөлөшкәме" тип һораһалар, минеңсә, яуап билдәле. Әлбиттә, беҙҙең яугирҙәргә, уларҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ярҙам күрһәтеләсәк, — тине Башҡортостан Башлығы.
Фото: "Башинформ".
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!