

Радий Хәбиров менән тура бәйләнештең тәүге сәғәте үтеп тә китте. Һорауҙар араһында етди һәм сәйәсиләре лә бихисап. Мәҫәлән, сарала студиянан ҡатнашҡан “Бизнес ФМ”-дың баш мөхәррире Дмитрий Жбанов һуңғы ваҡыттағы яңғырауыҡлы енәйәт эштәре мәсьәләһен күтәрҙе. Беренсеһе элекке вице-премьер Алан Марзаевҡа ҡағыла. Икенсеһе – "Башспирт" тың яҙмышы, предприятиены һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге, уның етәксеһе тураһында. Радий Хәбиров яуапты икенсе һорауҙан башланы.
– "Башспирт" компанияһы әле илдең иң көслө биш алкоголь етештереүселәре иҫәбендә. Улар башҡа етештереүселәрҙең һатыуҙары кәмегән ваҡытта үҙенең һатыуҙарын арттыра алды. Тимәк, табыш килтерә. Әле компанияны һатыу ихтималлығы юҡ, – тине Радий Хәбиров.
Рәйеф Әбдрәхимовҡа ҡарата енәйәт эшенә килгәндә, Башҡортостан Башлығы быға тиклем үҙ позицияһын аныҡ билдәләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һәм ул үҙгәрмәгән.
Алан Марзаев осрағында суд ҡарарын көтәсәктәр.
– Мин бит суд ҡарары менән бәхәсләшмәйем. Нимә менәндер эске яҡтан риза булмай алам, әммә цивилизациялы хоҡуҡи дәүләттә йәшәүебеҙгә ҡаршы бармайым. Әммә енәйәт ҡылған тип әйткән кешеләргә ҡарата ниндәйҙер кире ғәмәлдәр башҡарыр өсөн, ә мин был фактты күрмәйем, ниндәйҙер аҙымға бара алмайым. Шул уҡ ваҡытта "ришүәт алған" тигән һорау тыуа икән, был кеше һорау алыу өсөн алып киткәнсегә тиклем эштән китә, – тине Башҡортостан Башлығы.
Фото: "Башинформ".
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!