

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш башланды. Йола буйынса һорауҙарҙы республика халҡы, журналистар, блогерҙар һәм йәмәғәтселәр бирәсәк. Аралашыу ике телдә – башҡортса һәм русса бара.
Тәүгеләрҙән булып үҙенең һорауын йәш ғалим Булат Ҡолоев бирҙе. Ул Башҡортостан Башлығының киләсәкте 10-15 йылға алдан нисек күреүен һораны. Радий Хәбиров әйтеүенсә, бындай һорауҙарға яуап биреү ауыр, сөнки донъяла барыһы ла тиҙ үҙгәрә, айырыуса әлеге ваҡытта күҙаллауҙар төҙөү ҡыйын.
– Команда “Башҡортостан 2030” стратегияһы өҫтөндә эшләй башланы, әммә алдағы биш йыллыҡҡа ла күҙаллауҙар төҙөү ауыр. Сөнки иҡтисади хәлде, санкция баҫымы шарттарында махсус хәрби операция барышын, уның эҙемтәләрен күҙаллау ауыр. Планлаштыра башларға мөмкин, ә һөҙөмтәлә пландар хыял булып сығасаҡ, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, ул алдағы 20-30 йылға план төҙөмәй. Идара итеү командаһы аныҡ әйберҙәрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Мәҫәлән, “Башҡортостан 2030” стратегияһында реаль бурыстар билдәләнә: нисә мәктәп төҙөргә, ниндәй социаль объекттар тапшырырға кәрәк, тулайым төбәк продуктының ниндәй күрһәткестәренә өлгәшергә кәрәк. Әле 2025 йылды тамамлау, 2026 йылды планлаштырыу һәм 2030 йылға стратегияны тәҡдим итеү мөһим.
Киләһе һорау колл-үҙәктән яңғыраны. Өфөнөң Красин урамындағы 19-сы йортта йәшәүселәр вандалдарҙың уларҙы террорлауына зарланды. Хулигандарға ҡаршы көрәшәсәк халыҡ дружиналарын булдырыу башланғысын хуплауҙы һорайҙар.
Был йорт буйынса Башҡортостан Башлығы Эске эштәр министрлығына тикшереү үткәрергә ҡушты. Радий Фәрит улы вандализм проблемаһының көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Шуға күрә ике бурыс тора: боҙолған мөлкәтте тергеҙеү һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бергә хулигандарҙы табыу. Вандалдар өсөн яза сараларын ҡатыландырыу ярҙам итмәйәсәк тип иҫәпләйем. Эште күрһәтеү, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү мөһим, шул рәүешле йәмғиәттең мөлкәтте боҙоу теләге юҡҡа сыға. Кеше тәртип булған урынды боҙмаясаҡ, – тине ул.
Фото: "Башинформ".
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!