Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Ноября 2025, 18:09

Ялған таратыусылар исемлегенә инмәҫ өсөн...

Социаль селтәрҙәрҙә 17 ноябрҙән Өфөлә мобиль элемтәнең һәм интернеттың тулыһынса һүндерелеүе тураһында хәбәр әүҙем тарала. Был дөрөҫмө? 

Ялған таратыусылар исемлегенә инмәҫ өсөн...Ялған таратыусылар исемлегенә инмәҫ өсөн...
Ялған таратыусылар исемлегенә инмәҫ өсөн...

Беҙ Украина махсус хеҙмәттәренең мәғлүмәт киңлеген тотороҡһоҙландырырға тырышыуы тураһында күп тапҡыр яҙҙыҡ. Улар провокацион баштар, фотолар, шулай уҡ яһалма аҡыл ярҙамында булдырылған аудио- һәм видеохәбәрҙәр ярҙамында ялған таратыу менән шөғөлләнә. Әле уларҙың ғәмәлдәре яңы кимәлгә сығаулар Башҡортостан пабликтары деструктив контент тәҡдиме менән һөжүм итә. Уларҙы нисек танырға һәм алдаҡ тоҙағына эләкмәҫкә? “Фактчекинг по-башкирски” телеграм каналы аңлатма бирә.

Бына бер нисә миҫал. Мәҫәлән, ҡайһы бер пабликтарҙа һәм каналдарҙа бензинға хаҡтарҙың артыуы һәм экспортҡа сикләүҙәр тураһында яҙмалар тарала, унда властар үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыуҙа ғәйепләнә. Махсус хәрби операцияны дискредитациялау буйынса ла кампания әүҙем алып барыла. Бының өсөн, шул иҫәптән, нейро селтәр тыуҙырған, Рәсәй армияһына ышанысты ҡаҡшатырға тейешле, эшкә яраҡһыҙ хәлдә булған техника фотолары ҡулланыла. Шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларҙы кире яҡтан күрһәтергә тырышалар, хәрбиҙәрҙең, имеш, бәйһеҙлеге тураһында мәҡәләләр биреп, уларҙы шикле скриншоттар менән оҙаталар.

Һөжүмдәрҙең тағы бер йүнәлеше — пенсияларҙы кәметеү, мәктәптәрҙе һәм башҡа социаль объекттарҙы емереү тураһында ялған аша йәмғиәтте тотороҡһоҙландырыу. Бындай контент, ҡағиҙә булараҡ, агрессив “мемдар” менән оҙатыла, йыш ҡына Рәсәй Президенты һүрәттәре ҡулланыла. Текстарҙа кәмһеткес һәм әҙәпһеҙ һүҙҙәр, орфографик һәм грамматик хаталар бар. Йыш ҡына һүҙҙәрҙә украин хәрефтәре лә китә, был украин махсус хеҙмәттәренең әлеге эшмәкәрлеккә ҡатнашлығын күрһәтә.

Был кире көн тәртибен формалаштырыу өсөн ҡулланылған ысулдарҙың бер өлөшө генә. Бындай постарҙа дәүләт институттарына тупаҫ рәүештә ҡара яғыла, Ҡораллы көстәр дискредитациялана һәм киҫкен социаль темаларға спекуляция яһала.

Мәғлүмәт ресурстары администраторҙарына һәм мөхәррирҙәренә уяулыҡ күрһәтергә, һанап үтелгән билдәләргә иғтибар итергә һәм тикшерелмәгән мәғлүмәтте баҫтырыуҙан тыйылырға кәңәш итәбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

Сит ил агенты һәм ВСУ-ға ярҙам итеүсе Руслан Ғәббәсов* 1908 йылда төҙөлгән 1462 йылдан Рәсәй империяһының яйлап киңәйеүе картаһына таянып, “башҡорт ырыуҙарының Мәскәү дәүләтенә үҙ ирке менән инеүе, Иван IV менән ҡул ҡуйылған килешеүҙәрҙең булмауын (бындай килешеүҙәрҙең береһе лә юҡ) раҫлай. Башҡорттар менән урыҫтарҙың мөнәсәбәттәре тарихында тик яулап алыу йәки буйһондороу ғына булған”, ти.

Һәм беренсе дәлил итеп енәйәтсе-псевдотарихсы ошондай "факт" килтерә – картаның үҙендә шулай яҙылған! Һәм ул үҙенең фекерҙәрен яҡлап бер ниндәй ҙә аныҡ тарихи мәғлүмәттәр, бигерәк тә документтар тәҡдим итмәй.

Әммә башҡорттарҙың яҙмаһы булған һәм күп кенә документтар һаҡланған. Был хаҡта Сыңғыҙхан осорондағы грамоталар тураһында башҡорт шәжәрәһендәге яҙмалар һөйләй. Һәм "Аҡ батша (падишах)" Иван Грозный биргән грамоталар тураһында ла мәғлүмәттәр һаҡланған. Академик Раил Кузеев "Башҡорт шәжәрәләре"ндә яҙа: "Шәжәрәлә килтерелгән төп мәғлүмәттәр дөрөҫ. Шәжәрәлә был ҡәбиләләрҙең башҡорттары Батша Иван IV-тән алған жалованный грамота тексы индерелгән”.

Башҡорттарҙың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуы тураһындағы факттар бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың хеҙмәттәрендә лә сағылыш таба.

"Өфө тарихы буйынса материалдар", "Башҡорттар һәм торғоут ҡалмыҡтары тураһында бер нисә һүҙ" хеҙмәттәрендә автор ябай башҡорттарҙың урыҫ батшаларынан ер биләүгә грамота алыуы, ә билдәле ырыу вәкилдәре тархан грамоталарын алыуы, башҡорттарҙың 1556 йылда Рәсәй составына үҙ ирке менән инеүе һәм 1557 йылда Иван IV ер биләүгә жалованный грамотаһын алыуы тураһында яҙа. Иван Грозныйҙың башҡорт ҡәбиләләренә һәм уларҙың етәкселәренә жалованный грамоталарының күсермәләре менән тарих фәндәре докторы Нәзир Ҡолбахтиндың “Рус батшаларының башҡорттарға грамоталары” китабында танышырға мөмкин.

Социаль селтәрҙәрҙә 17 ноябрҙән Өфөлә мобиль элемтәнең һәм интернеттың тулыһынса һүндерелеүе тураһында хәбәр әүҙем тарала. Бәйләнеш график буйынса ғына эшләйәсәк, ә халыҡ оҙаҡ ваҡыт һүндереүгә әҙерләнергә тейеш, тиҙәр. Әммә был имеш-мимешсе раҫлаған рәсми мәғлүмәт юҡ.

Ысынбарлыҡта, киң мәғлүмәт сараларында республика ведомство-ара Йәмәғәт именлеге советының хәл тураһында комментарийы баҫылды. Элемтә тулыһынса һүндерелмәйәсәк һәм был планлаштырылмай.

Һүҙ бары тик ваҡытлыса сикләүҙәр һәм мобиль интернеттың әкренәйеүе тураһында бара, был террор хәүефенә ҡаршы сараларҙың береһе булараҡ индерелә. Бер ниндәй ҙә интернетты һүндереү графигы юҡ.

Өҫтәүенә, 2025 йылдың авгусында Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы мобиль интернет сикләүҙәре ихтималлығы булған осраҡта ҡарар әҙерләнеүе тураһында хәбәр итә. Һүҙ “аҡ исемлек” тураһында бара. Был Рәсәйҙең иң мөһим һәм социаль әһәмиәтле онлайн-сервистары исемлеге, улар хатта хәүефһеҙлек сәбәптәре буйынса интернет сикләүҙәре индерелгән осраҡта ла эшләйәсәк.

Уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмау өсөн үҙең менән ҡулаҡса алырға кәңәш итәләр, сөнки магазиндарҙағы түләү терминалдары мобиль интернетҡа бәйле. Шулай уҡ яҡындарығыҙ менән бәйләнешкә инеүҙең альтернатив ысулдарын алдан уйларға кәңәш ителә, шул уҡ ваҡытта шылтыратыуҙар һәм SMS-хәбәрҙәр сикләүҙәргә ҡарамаҫтан эшләй.

Социаль селтәрҙәрҙә ҡулланыусылар был хаҡта зарлана башланы ла инде. Рәсми хәбәрҙәрҙе күҙәтегеҙ һәм паникаға бирелмәгеҙ. Дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратыу өсөн яуаплылыҡ саралары ҡаралған.

* экстремистар һәм террорсылар исемлегенә индерелгән

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас