

Район хакимиәттәренә йәнә “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан буйынса филиалынан ялған хаттар килә башлаған. Унда Башҡортостан Башлығының 2025 йылдың 26 ноябрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләренә һәм тол ҡатындарына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр (50 меңдән 100 мең һумға тиклем) тураһында УГ-1214 һанлы указға ҡул ҡуйғаны тураһында әйтелә. Аҡсаны “автоматик рәүештә күсереү” өсөн ашығыс рәүештә паспорт, банк реквизиттары һәм телефон номерҙарын ебәреүҙәрен һорайҙар.
“Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, был хат – ялған. Хатҡа беркетелгән "Указ" ялған, унда текст үҙгәртелгән. Украина ЦИПСО-һы элекке схема буйынса эшләүен дауам итә: кемдә булһа шәхси мәғлүмәттәр һәм реквизиттар тапшырыр тип өмөтләнеп, шундай хаттар ебәрә.
"Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостан республикаһы буйынса филиалының рәсми почтаһы: rf02@fzo.gov.ru. Башҡа адрестар, шул иҫәптән хатта күрһәтелгән fzo02@mail.ru) адресы – мутлашыусыларҙыҡы. Һаҡ булығыҙ, шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе ебәрмәгеҙ.
Әйткәндәй, уҙған аҙнала “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы тағы бер алдаҡты фашланы. Ул күптән билдәле “Однажды в Башкирии” телеграм-каналы һәм “Пруфы” баҫмаһына бәйле. Хәбәр ителеүенсә, был даими рәүештә алдаҡ яҙған оппозицион телеграм-канал “Пруфы”ныҡы. Ләкин улар быны инҡар итеп маташа. Йәнәһе улар бер кемгә лә буйһонмай һәм холдингҡа ҡатнашы юҡ.
Дөрөҫлөктә асыҡлау өсөн “Фактчекинг по-башкирски”ға өс минут ваҡыт та етә. Тәүҙә улар Телеграмдың статистика сервисы – tgstat-тың скриншотын килтерә. “Однажды в Башкирии”ның йәшел галочкаһы бар, тимәк ҡулланыусы үҙенең шәхесен һәм каналға ҡағылышын раҫлаған. Канал https://tgstat.ru/channel/@v_bashkirii һылтанмаһында быны асыҡ күрһәтә.
Артабан, унда “реклама урынлаштырыу мәсьәләләре буйынса” тип күрһәтелгән телефон номеры бар! Ғәжәп тап килеүҙәр, шул уҡ номер “Пруфы” сайтында реклама хеҙмәте телефоны булараҡ күрһәтелгән. Әйткәндәй, йәйгеһен ошо уҡ канал менән бәйләнештә “Пруфы” журналистарының береһенең кеҫә телефоны номеры ла булған. Алдар алдынан, “артыҡ” мәғлүмәтте юйырға ла була ла бит...
Уҙна аҙна уртаһында Башҡортостан Республикаһының мәғариф учреждениеларына, йәнәһе, ГУСП-нан (Рәсәй Федерацияһы Президентының Махсус программалар Баш идаралығы) һәм Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтынан хаттар ебәрелде. Уларҙа “һәләк булған башҡорт геройҙары хөрмәтенә” дәрес һәм мемориаль акция үткәреү, шулай уҡ Рәсәй хәрби-тыныслыҡ урынлаштырыусыларына арналған республика конкурсы тураһында һүҙ бара.
Был — фейк! Бындай хаттар Украина ЦИПСО-һы һәм уға бәйле структураларҙың сираттағы планлаштырылған провокацияһы. Дошман, белем биреү учреждениелары етәкселегенең мәғлүмәттәрен алыу, Рәсәйҙе “балаларҙы мәжбүри милитаризациялауҙа” йәки ялған йәмәғәт көн тәртибен булдырыуҙа ғәйепләү өсөн фото һәм видеоматериалдар йыйыу өсөн, геройҙарыбыҙ иҫтәлегенә аңлы рәүештә спекуляция яһай. Иғтибарлы булығыҙ! Көнүҙәк конкурстар, дәрестәр һәм акциялар тураһында мәғлүмәтте БР Мәғариф министрлығының һәм уның ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙың рәсми сайттарында һәм социаль селтәрҙәрендә белергә мөмкин.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!