Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Декабрь 2025, 08:00

Судья бар яҡлап та өлгөлө булырға тейеш

Беҙҙә судҡа мөрәжәғәт итеүгә бер ниндәй ҙә сикләү юҡ

Судья бар яҡлап та өлгөлө булырға тейешСудья бар яҡлап та өлгөлө булырға тейеш
Судья бар яҡлап та өлгөлө булырға тейеш

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2008 йылдағы  130-сы указына ярашлы, илебеҙҙә Юристар көнө булдырыла, ул 3 декабрҙә билдәләнә. Ошо байрам айҡанлы судьяларҙың эшмәкәрлегенә туҡталырға булдыҡ.

Судья юридик карьераның иң юғары нөктәһе тип һанала. Ә был бейеклеккә күтәрелеү өсөн ниндәй юлдар үтергә кәрәк? Ҡасан һәм ниндәй сәбәптәр йоғонтоһонда кешенең тап ошо эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә тәжрибәһе, белеме туплана?

Һәр судьяның был һөнәргә килеү тарихы бар. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Калинин район суды рәйесе Яков СЕРОВ – ун йылдан ашыу үҙенең юғары һөнәри оҫталығын күп тапҡыр раҫлаған судьяларҙың береһе. Уға тәжрибә йылдар дауамында, һайлаған һөнәренә ҡарата эскерһеҙ һөйөү, тоғролоҡ менән бергә килә. Ул “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға судья һөнәренең ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

– Яков Константинович, беле­үебеҙсә, судьялар – бойондо­роҡһоҙ кешеләр. Был вәкәләт­тәрҙе биргән хоҡуҡи нигеҙ тураһында ентекләп аңлатһағыҙ ине.

– Суд рәйесенең вәкәләттәре “Рәсәй Федерацияһының дөйөм юрисдикция судтары тураһында”ғы 1-се федераль конституция законында билдәләнгән. Судьяларҙың эшмәкәрлегенә ҡыҫылыу тура­һында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. Суд рәйесенең бурысы – уларҙың эшен ойоштороу, хеҙмәт урындарында уңайлы шарттар булдырыу, квалификацияһын камиллаштырыу, суд аппаратына етәкселек итеү һәм башҡалар. 

– Бындай шарттарҙа нисек хеҙмәт дисциплинаһын үтәүҙе талап итергә мөмкин?

– Әгәр судьяға ҡарата иҫкәртеү килһә, уларҙы Судьялар берләшмә­һенең махсус органы – Судьялар­ҙың квалификация коллегияһы ҡарай. Әммә үҙебеҙҙең дә үҙен­сәлекле талаптарыбыҙ бар. Мәҫәлән, эштәрҙе ҡарау һәм тапшырыу ваҡытын контролдә тотоу – был һорауҙар минең вәкәләттә. Суд аппараты хеҙмәткәрҙәрен яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса ла вәкәләттәрем бар. Граждан­дарҙан процедураны һәм эш тәртибен боҙоуға ҡарата ялыуҙар килһә, дисциплинар йоғонто яһауҙың аныҡ сараларын ҡабул итергә хоҡуҡлымын.

– Әлеге ваҡытта Калинин район суды судьялары ниндәй йөкләмә менән эшләй? Ҡайһы йүнәлештәге эштәрҙе йышыраҡ ҡарарға тура килә?

– Өфө ҡалаһының Калинин район суды судьяларына йөкләмә, республика буйынса ҡарағанда, уртаса. Һәр судья йылына 500-ҙән 1000-гә тиклем эш, материал ҡарай. Райондың урынын иҫәпкә алып, ерҙән файҙаланыу тураһын­дағы бәхәстәр буйынса күп һанлы гражданлыҡ һәм административ эштәрҙе тикшерергә тура килә. Шулай уҡ, бөтә судтарҙағы кеүек, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау, банк бурысын түләтеү буйынса дәғүәләр, ғаилә хоҡуҡи мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы эштәр йышыраҡ ҡарала.

– Әгәр ҙә кемдер һеҙгә аныҡ эштә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә тырышһа йәки яҙма мөрәжәғәт ҡалдырһа?

– Шәхси ҡабул итеү алып бармайым – суд процесына ҡағылыш­лы кешеләр менән аралашмайым. Юғиһә был кемгәлер бер яҡтың минән ярҙам алыуын раҫларға мөмкинлек бирер ине. Мөрәжәғәттә закон боҙоуҙар тураһында аныҡ мәғлүмәт бармы, әллә был судҡа нигеҙһеҙ ялыумы, уның ҡарарына йоғонто яһарға тырышыумы, әйтәйек, судтан тыш юл менән – быларҙы һәр ваҡыт күрәм. Тәүге осраҡта бындай ялыу өҫтәлемә килеп ята. Мин, суд етәксеһе булараҡ, тейешле тикшереү үткәрәм. Әгәр мәғлүмәт раҫланһа, “тәртип боҙоусы” закондың “бөтә етдилеге буйынса” яуап бирә.

– Ә бына дәғүәселәр йәки ғариза биреүселәр судҡа документтар әҙерләгәндә һәм тапшырғанда йышыраҡ ниндәй хаталар ебәрә?

– Йыш ҡына дәғүәселәр, административ дәғүәселәр, шулай уҡ ғариза биреүселәр судҡа ғариза биргәндә ғаризаның үҙен дөрөҫ рәсмиләштермәй, уның күсермә­ләрен һәм уға ҡушылған доку­менттарҙы эштә ҡатнашҡан башҡа кешеләргә ебәрмәй.

– Судта еңелеп, ҡайһы бер “айырыуса әүҙем” граждандар судьяларға ҡарата дәғүә белдерә башлай, коррупцияла ғәйепләй, хатта енәйәтсе тип атауҙар ҙа осрай. Судья бындай бысраҡлыҡтарҙан нисек һаҡланырға тейеш?

– Тәү сиратта мөмкин тиклем тыныс яуап бирергә. Беҙ бындай күренештәргә әҙер булырға, уларҙы һөнәребеҙҙең ҡотолғоһоҙ өлөшө булараҡ ҡабул итергә тейешбеҙ. Әгәр һөжүмдәр “аҡыллы сикте” үтә икән, хатта РФ Енәйәт кодексының судҡа хөрмәт күрһәтмәү йәки ғәҙеллеккә ҡамасаулау тураһын­дағы нормалары ла ҡулланылыуы ихтимал. Был “үле” статьялар түгел, улар әүҙем ҡулланыла. Судьяға аныҡ хәүеф янаған осраҡта закон дәүләт яҡлау сараларын күҙ уңында тота.

– Әгәр судья законды боҙһа, уны яуаплылыҡҡа тарттырыу ауырмы?

– Закон алдында барыһы ла тиң, шул иҫәптән судьялар ҙа. Улар өсөн махсус яуаплылыҡҡа тарттырыу тәртибе бар. Билдәле булыуынса, судьялар иммунитетҡа эйә, был уларҙы суд эшмәкәр­легенән килеп сыҡҡан яуаплылыҡ­тан һаҡлай. Әгәр Рәсәй Федерация­һында судья хоҡуҡ боҙа икән, Судьяларҙың квалификация коллегияһы рөхсәте менән уға ҡарата бөтә кәрәкле оператив-эҙләү саралары һәм тикшереү эштәре уҙғарыла. Әммә был осраҡта һүҙ йышыраҡ енәйәт эштәре тураһында түгел, ә Судьялар этикаһы кодексы положениеларын боҙоу тураһында бара. Ул судьяның тәртибен хөкөм эше менән генә түгел, ә унан тыш көйләй.

– Тимәк, тәүлегенә 24 сәғәт һин судья икәнлегеңде иҫеңдә тоторға тейешһең?

– Тап шулай. Граждандарыбыҙ алдында суд власының абруйын бер нәмә лә түбән төшөрөргә тейеш түгел. Насар ҡиәфәттә йәки ниндәйҙер шикле сит кешеләр менән күренеү ҙә тыйыла. Алып барған процеста ҡатнашыусылар менән бәйләнеш тотмаҫҡа кәрәк. Социаль селтәрҙәрҙә лә бер нин­дәй ҙә “иреклектәргә” юл ҡуйылырға тейеш түгел. Эш ваҡытында ғына түгел, ял көндәрендә лә, көнкүреш­тә лә йыйнаҡ тышҡы ҡиәфәттә һәм тыйнаҡ булыу талап ителә. Был сикләүҙәр судьялар отставкаға киткәндә лә һаҡлана. Бынан тыш, улар билдәле бер кимәлдә ғаилә ағзаларына ла ҡағыла.

– Нисек судья булып китергә мөмкин, һәм улар ҡасан отстав­каға сыға?

– Судьяларҙы эшкә алмайҙар, улар Рәсәй Президенты указы менән тәғәйенләнә. Ошо тәғәйен­ләүгә етер өсөн оҙон юл үтергә кәрәк. Беренсенән, судья вазифа­һына дәғүә итеүсе түбәндәге шарттарға тап килергә тейеш: 25 йәштән кесерәк булмаһын, юғары юридик белеме, һөнәре буйынса эш стажы биш йыл булһын. Артабан имтихан тапшырырға кәрәк. Дәғүәсенең бөтә документтары ла төрлө ведомстволар тарафынан ентекле тикшерелә.

Күпселек осраҡта судьялар 60 йәштән һуң хаҡлы ялға сыға, әммә 70 йәшкә тиклем эшләгәндәр ҙә бар. Күп йылдар хоҡуҡ систе­маһында эшләп, отставкаға киткәндәрҙең йәш судьялар менән уртаҡлашыр тәжрибәһе бик ҙур, был ҡиммәтле һабаҡ.

– Беҙҙең илдең суд систе­маһы етерлек кимәлдә асыҡмы?

– Рәсәйҙәге суд системаһы донъяла иң асыҡтарҙың береһе икәненә ышанам. Беҙҙә судҡа мөрәжәғәт итеүгә бер ниндәй ҙә сикләү юҡ, шул иҫәптән быны дистанцион рәүештә лә башҡарырға мөмкин.

– Суд бинаһында хәүефһеҙ­лекте тәьмин итеү һәм процеста ҡатнашыусыларҙы яҡлау буйынса ниндәй саралар күрелә?

– Көн һайын суд бинаһында суд приставтары суд эшмәкәрлегенең билдәләнгән тәртибен тәьмин итеү буйынса хеҙмәт алып бара. Бынан тыш, судьяның һәр кабинеты һәм суд ултырышының һәр залы Росгвардия пультына тоташтырылған хәүеф төймәһе менән йыһазлан­дырылған. Һәр судья суд приставтары менән бәйләнеште тәьмин иткән иҫкәртеүсе брелок менән тәьмин ителгән.

– Судта электрон ғәҙеллек технологиялары (документтарҙы Интернет аша тапшырыу, видеоконференц-элемтә, электрон көн тәртибе) әүҙем ҡулланыламы?

– Электрон ғәҙеллек технологиялары беҙҙең эшкә әүҙем индерелә. Өфө ҡалаһының Калинин районы судының ултырыш залдары видеоконференц-элемтә һәм веб-конференция системалары менән йыһазландырылған. Судҡа документтарҙы электрон төрҙә “Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр (функциялар)” порталы” федераль дәүләт мәғлү­мәт системаһы һәм судтың рәсми сайтында “Ғәҙеллек” дәүләт автоматлаштырылған системаһы аша тапшырырға мөмкин. Суд белдереүҙәре процеста ҡатнашыу­сыларға электрон саҡырыу форма­һында ебәрелә. Саҡырыу йәки белдереү ҡағыҙы “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр (функциялар)” берҙәм порталы аша ошо бел­дереүҙе алырға ризалыҡ биргән кешегә электрон төрҙә ебәрелергә мөмкин.

– Яков Константинович, судьялар тормошоноң беҙ күрмәгән нескәлектәре менән таныш­тырға­нығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙе һәм хеҙмәттәштәрегеҙҙе Юристар көнө менән ҡотлайбыҙ!

БЕЛЕШМӘ

Яков Константинович   Серов 1983 йылда Стәр­летамаҡ ҡалаһында тыуған. Стәрле­тамаҡ ҡалаһының 7-се урта мәктәбен тамам­лағас, 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. 2005 йылда юғары уҡыу йортон яҡшы билдәләргә та­мам­лаған йәш юрист ошо йылдың авгусында Рәсәй Һаҡлыҡ банкының 4594-се Стәрлетамаҡ бүлек­сәһендә юрисконсульт булып хеҙмәт юлын башлай. Өс айҙан уны өлкән юрисконсульт итеп үрләтәләр. Был урында 2008 йылдың авгусына тиклем эшләй.

Ярайһы уҡ тәжрибә туп­ла­ған белгес үҙенең көсөн тәр­тип һаҡлау органдарында һынап ҡарау маҡсатында 2008 йылдың авгусында Салауат ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша. 2009 йылдың майында ул – Салауат ҡалаһы проку­рорының өлкән ярҙамсыһы вазифаһында, ә инде бер йылдан прокурор урынбаҫары вазифаһында эшләй. 2014 йылдың ноябрендә Салауат ҡала судында судья итеп тәғәйенләнә. 2018 йылда Салауат ҡала суды рәйесе урынбаҫары вазифа­һы йөк­мәтелә. 2022 йылдың ғинуарында – Ишембай ҡала суды рәйесе, 2025 йылдың ғинуарынан Өфө ҡалаһының Калинин район суды рәйесе итеп тәғәйенләнә.

Фото: Өфө ҡалаһының Калинин район судынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас